

Сентябрҙә был конкурстың муниципаль этабы старт алғайны. Хәбәр итеүебеҙсә, унда Яңы Бәрҙәш, Ҡараяр, Уразай, Әртәкүл, Абыҙ, Тайҡаш, Кирҙә, Байҡыбаш, Урғыш, Яңы Муллаҡай, Ҡортлокүл ауылдары халҡы ҡатнашты. Ауыл активистары тарафынан сәләмәт һәм айыҡ тормошто пропагандалау, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу буйынса 170-тән артыҡ сағыу саралар үткәрелгән. Бигерәк тә мәҙәни-ағартыу, спорт йүнәлешенә өҫтөнлөк бирелгән. Конкурсанттар бәйге аҙағында үҙҙәренең эштәрен күрһәтеү һәм яҡлау маҡсатында мәртәбәле жюри ағзалары алдында видеопрезентация, презентация йәиһә концерт форматында һынау тоторға тейеш ине.
Йомғаҡлау тантанаһы өсөн сәләмәт тормош яҡлылар Ҡариҙел ауылының күп функциялы ауыл клубына йыйылды. Ойоштороу комитеты барлыҡ документацияны өйрәнеп, презентация өлөшө менән танышты.
Конкурс йомғаҡтары район хакимиәтендә иғлан ителде. Район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин конкурста әүҙем ҡатнашҡан ауыл биләмәләре башлыҡтарына рәхмәт еткерҙе һәм лайыҡлыларға алдан хәбәр ителгән премиялар һәм дипломдар тапшырҙы. Шулай итеп, бәйгенең 3-cө урынына һәм 30 мең күләмендәге премияға Ҡортлокүл ауылы лайыҡ булды.
2-се урынды Ҡараяр ауылы яуғланы. Уға 50 мең һумлыҡ премия тапшырылды.
Конкурстың еңеүсеһе тип Ҡариҙел ауыл биләмәһенә ҡараған Абыҙ ауылы билдәләнде.
Абыҙҙар төп призды - 100 мең һумды яуланы! Улар бәйгенең республика этабында ҡатнашыу хоҡуғын алды!
Гөлнара Солтанова.