Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалында «Һылыуҡай – 2023» конкурсы үтте. Иң сибәр һәм иң талантлы ҡыҙҙар исеме өсөн төрлө факультеттарҙан 7 конкурсант көс һынашты. Улар – Ғиниәтулина Илүзә (физика һәм математика факультеты), Праздничных Рената (биология һәм химия факультеты), Миңлеғолова Гөлфиә (педагогика факультеты), Шафиҡова Индира (колледж), Сәлимгәрәева Алһыу (инженер-технология факультеты), Иҙрисова Дилбәр (филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультеты), Суфиярова Азалия (социаль гуманитар факультеты). Һылыуҡайҙар башҡорт телен белеү, ижади сығыш, аш-һыуға оҫталыҡ һәм үҙ мәҙәниәтен белеү өлкәһендә маһирлыҡтарын күрһәтеп, дүрт этапта үҙ көстәрен һынаны.
Конкурс йомғаҡтары һәм жюри ҡарары буйынса барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа төрлө номинацияларҙа еңеүсе тип билдәләнде. Улар махсус приздар һәм дипломдар менән бүләкләнде. Ә «Һылыуҡай-2023» конкурсының Гран-прийына педагогика факультетының 3-сө курс студенты Миңлеғолова Гөлфиә лайыҡ булды!
Миңлеғолова Гөлфиә педагогика факультетының 3-сө курс студенты, башланғыс белем һәм һүрәт төшөрөү йүнәлеше буйынса уҡый. Шул уҡ ваҡытта талантлы ҡыҙ уҡыу йортоноң "Биряночка" халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе, Яңауыл ҡалаһының "Ялҡын" халыҡ бейеүҙәре ансамбле артисы. 2020 йылда Нефтекама ҡалаһының "Һылыуҡай" конкурсында беренсе урын яулаған.
Һылыу, изге ниәтле, маҡсатлы ҡыҙҙарға алдағы көндәрҙә лә уңыштар юлдаш булһын!
Камила Мөхәмәтова.