

Иҫке Балтас ауылындағы Балалар ижады үҙәгендә Президенттың мәҙәни инициативалар фонды ярҙамы менән “Быуындар бәйләнеше” интерактив музейын булдырыу проектын тормошҡа ашырыу нәтижәләре буйынса матбуғат конференцияһы үтте.
Йомғаҡлау сараһында проекттың партнерҙары, урындағы тыуған яҡты өйрәнеүселәр, күренекле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, музей етәкселәре һәм райондың тарих уҡытыусылары саҡырылғайны.
Проект етәксеһе Ирина Ханова үҙ сығышында проектты тормошҡа ашырыу барышы һәм ирешелгән һөҙөмтәләр тураһында һөйләне: экспедициялар , мәктәп уҡыусылары һәм педагогтарҙың тикшеренеү эшмәкәрлеге барышында йыйылған сифатлы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. 5-се-11-се класс уҡыусылары интерактив музей һәм күргәҙмә экспозициялар тәҡдим итте.
“Крайҙы өйрәнеү йәмғиәте” республика ижтимағи ойошмаһы советы ағзаһы, БР-ҙың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхананың ғалим-секретары Клара Әғлиуллина “Себер тракты — тыуған яҡ тарихындағы юл” темаһы менән сығыш яһаны. Ике майҙансыҡта оҫталыҡ дәрестәре үтте: “Ҡурай сәскәһе” сувениры (яуаплы белгестәр Илфат Хәйҙәров, Венера Шакирйәнова) һәм тал сыбығынан кәрзин үреү серҙәре менән был шөғөл оҫтаһы Флүр Саяпов таныштырҙы.
Сара ахырында проектта ҡатнашыусыларҙы дипломдар һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләү тантанаһы үтте.
Ирина Ханова.