

Быуындар бәйләнеше темаһына бағышланған һәм “Быуындар юлынан” тип аталған музей әлеге Балтас районы ауылдарының 1762 йылдарҙан бөгөнгә ҡәҙәр тормошон күрһәтә. Музейҙа төрлө тармаҡтар менән бәйле, көнкүреш кәрәк-яраҡтарынан башлап, фотоальбом һәм башҡа йөҙҙән артыҡ экспонат бар. Быныһы башланғыс ҡына әле. Ул тулыланасаҡ. Музейҙы асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев та был хаҡта ҡыҙыҡһынды.
Музей район үҙәгенең Балалар ижады үҙәге бинаһында урынлашҡан. Ул Президент мәҙәни инициативалар фонды аҡсаһына ғәмәлгә ашырыла. Балалар ижады үҙәге өҫтәмә белем биреү педагогы Ирина Ханова Президент мәҙәни инициативалар фондының гранттар конкурсында проект яҡлаған. Интерактив музей булдырыуға булышлыҡ итеү сифатында интерактив панель ҡайтарылды. Уның хаҡы 330 һумдан артыҡ. Тарихи иҫтәлекле урындар буйлап экспедициялар ойоштороу ҙа грантты яҡлауҙың төп шарттарының береһе ине.
Музей асыу тантанаһында балалар Себер тракты менән танышыу барышындағы тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Тракт 36 километр оҙонлоҡта, әлеге беҙҙең район ере буйлап уҙған. Балалар тикшереүҙәре һөҙөмтәләре буйынса юлдың киңлеге 2,8 метр. 60-тан артыҡ бала Себер тракты буйлап экскурсияла булған.
Музейҙа төрлө осорҙарҙы һүрәтләгән стендтар бар. МХО-ла һәләк булғандар тураһында мәғлүмәттәр ҙә урын алған унда.
Музей асыу тантанаһында рәсми ҡунаҡтарҙан БР Ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселек һәм мал аҙығы етештереү мәсьәләләре бүлеге начальнигы Азат Мөхәмәтшин, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, “Танып” шифаханаһы директоры Кашаф Ямалетдинов, БР Мәғариф һәм фән министрлығының дөйөм белем биреү өлкәһендә дәүләт сәйәсәте бүлегенең әйҙәүсе кәңәшсеһе Алина Ғизәтуллина, БДАУ-ның агрокластар һәм һөнәри йүнәлеш биреү эше секторы мөдире Алия Атажанова ҡатнашты.
Интерактив панелгә килгәндә, унда сикләнмәгән күләмдә мәғлүмәт һыя. Унда данлыҡлы райондаштарыбыҙ, мәктәп уҡыусыларының быуындар бәйләнеше тураһында тикшеренеү эштәре материалдары урын алған.
Кунаҡтарҙы Тусыбай урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Мария Климина уҡытыусыһы Эльмира Ғафурова етәкселегендә ауылдағы “Партизан” ҡушаматлы нәҫел тураһындағы проекты менән таныштырҙы.1918 йылдан һуң Граждандар һуғышы ветераны Хәсән Ғилемшинға тағылған ҡушамат уның нәҫеле вәкилдәрен бөгөнгәсә оҙатып йөрөй икән. Улар нәҫеленән әлеге мәлдә МХО-ла ҡатнашҡан ир-егет тә үҙенә “Партизан” позывнойын алған.
Ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр күп музейҙа. Ирина Ханова кеүек маҡсатсан тыуған яҡты өйрәнеүселәр булғанда быуындар ебе өҙөлмәҫ, тигән нәтижәгә килде сарала ҡатнашыусылар.
Дамир Хәйртдинов.