Йәнтөйәк
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
27 Ноября 2023, 05:50

Берҙәм эш берәгәйле

Асҡын ауылында йәшәүсе Минзидә Исламшина күршеләре, дуҫтары, туғандары ярҙамы менән Ҡаҙ өмәһе үткәрҙе.

Берҙәм эш берәгәйлеБерҙәм эш берәгәйле
Берҙәм эш берәгәйле

Минзидә Хәлимулла ҡыҙы малды ишле асрай: өс һыйыр, өс ҡышлаған, байтаҡ һарыҡтар, тауыҡтар һәм  шуларға өҫтәп 30 ҡаҙ ҙа ҡарап үҫтергән. Ял көнөндә ул үҙ хужалығында күршеләре, туғандары, дуҫтары ярҙамы менән Ҡаҙ өмәһе ойоштороп, ҡош-ҡорттарын эш итеп ҡуйҙы.

  • Әсәйҙәр көнө, байрам тип торманылар, бар яҡын кешеләрем ярҙамға килде. Ҡаҙҙарҙы доғалар уҡып, Фәнис хәҙрәт салып бирҙе. Ҡош-ҡортто күпләп һәм күптәндән ҡарағас, яйлашып бөткәнбеҙ. Эш тиҙ һәм ырамлы барҙы. Бар ярҙамсыларыма ла рәхмәттәремде еткерәм, ҡараған малдарыбыҙ шатлыҡ менән ризыҡтарыбыҙға яҙһын, һуғыш тиҙерәк бөтөп, донъялар тыныс булһын, — ти уңған хужабикә.

Үткән йылдарҙа Минзидә Исламшина ҡаҙҙарҙы 50-ләп  ҡараған. Һыйыр малы ла ишле булғас, үҙенән артҡан ит, һөт ризыҡтарын һатып алырға клиенттары ла бар.  Ни тиһәң дә, ғаилә бюджетына һиҙелерлек ярҙам була. Төмән ҡалаһында юғары уҡыу йортонда уҡыған ҡыҙы Ралинаға ла ярҙам итергә кәрәк.

Гөрләтеп йәшәр саҡта тормош иптәше фажиғәле вафат булған, махсус хәрби операцияла улы хәбәрһеҙ юғалған Минзидә Хәлимулла ҡыҙы тормош ауырлыҡтарын эш менән, доғалар менән баҫа. Мәсеткә йөрөй, унда үткәрелгән сараларҙа ҡатнаша.

Илһөйәр Махатова.

Рәйсә Сәләхетдинова фотолары.

Берҙәм эш берәгәйле
Берҙәм эш берәгәйле
Берҙәм эш берәгәйле
Берҙәм эш берәгәйле
Берҙәм эш берәгәйле
Берҙәм эш берәгәйле
Берҙәм эш берәгәйле
Берҙәм эш берәгәйле
Берҙәм эш берәгәйле
Берҙәм эш берәгәйле
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас