

Тырышлыҡ һәм хеҙмәт һөйөүсәнлек һәр ваҡыт уңышҡа килтерә. Һәм быға асыҡ дәлил — Мишкә агросәнәғәт колледжының 2-се курс студенты Шамил Әүхәтовтың стипендиат дипломы менән бүләкләнеүе. Был тырыш егет өсөн генә түгел, ә уҡыу йортоноң барлыҡ уҡытыусылары өсөн дә ҡыуаныслы ваҡиға булды.
— Хеҙмәт һөйөүсән, башҡарыусан, яуаплы, тиҫтерҙәре менән яҡшы мөғәмәләлә, — ти Шамил тураһында директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Эмма Марат ҡыҙы Апкаликова.
Ысынлап та, хеҙмәт һөйөүсәнлек бик мөһим сифат. Бигерәк тә, район, шулай уҡ төбәк, Бөтә Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа һәм конкурстарҙа ҡатнашҡанда ҙур роль уйнай.
Күптән түгел Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Колонналар залында үткән бүләкләү тантанаһына уҡыуҙа һәм фәнни-ғәмәли эшмәкәрлектә юғары уңыштарға ирешкән урта һөнәри белем биреү студенттары саҡырылғайны. Бөтә республика буйынса 150 студентҡа мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаты дипломдарын тапшырҙы.
— Был бик шатлыҡлы һәм тулҡынландырғыс ваҡиға булды, — ти Шамил.
Йәш студент колледждың йәмәғәт, уҡыу һәм спорт тормошонда әүҙем ҡатнашыуы шундай оло баһа алыр, тип уйламай ҙа. Был бик күп йәштәргә өлгөлө уҡыу һәм әүҙем эшмәкәрлек өсөн яҡшы этәргес булып тора.
Әлеге ваҡытта Шамил “Ауыл хужалығы производствоһы мастеры” белгеслеге буйынса уҡый. Бигерәк тә уға практик дәрестәр оҡшай, уларҙа студенттар ауыл хужалығы машиналарының төҙөлөшөн, агросәнәғәт техникаһында йөрөргә һәм ремонтларға өйрәнә. Тырыш студент туризм, саңғы ярышы буйынса спорт ярыштарында ла байтаҡ уңыштарға өлгәшкән.
Шамилдың иң иҫендә ҡалған конкурс — ағымдағы йылдың апрелендә үткән “Һөнәрмәндәр” һөнәри оҫталыҡ буйынса Бөтә Рәсәй чемпионаты. Бәйгенең төбәк этабында ул “Умартасылыҡ” компетенцияһы буйынса икенсе урын яуланы. Был кимәле буйынса үҙенә күрә бик ҡатмарлы республика ярышы, ҡатнашыусыларҙан белемдәрҙе, уларҙы практикала ҡуллана белеүҙе күрһәтеүҙе, иғтибарлылыҡты талап итә. Умартасының дөрөҫ экипировкаһы, балдың сифатын билдәләү, һеркә йыйыу — конкурсанттар өсөн әҙерләнгән биремдәр. Остазы, производствоға уҡытыу мастеры Ксения Юрьевна Михайлова ярҙамы менән Шамил чемпионаттың барлыҡ этаптарын да уңышлы үтә.
Шамил Әүхәтов колледж тормошонда әүҙем ҡатнашыуын дауам итә. 2–се курста уҡыу тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ, тип һанай ул. Тырыш студентҡа яңылыҡҡа, белемгә ынтылышын юғалтмай, тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға ирешергә яҙһын.
Виктория Ишмырҙина.
Мишкә районы.