

Күптән түгел бер йәшен билдәләгән Өфө фән һәм технологиялар университетының һәм филиалдарының үҙ тарихы, традициялары бар. Шул иҫәптән Бөрө филиалы ла үткәне һәм бөгөнгөһө, ҡаҙаныштары һәм табыштары, уҡытыусылары һәм студенттары менән данлыҡлы. Кешенең эске донъяһын асырға булышлыҡ итеүсе, күңел дауаһы биреүсе психолог-уҡытыусылар коллективы тураһында һүҙебеҙ.
Социаль-гуманитар факультеттың педагогика, психология һәм социаль эштәр кафедраһында фекерҙәш коллектив тупланған. Кафедраның аҡһаҡалы, психология фәндәре кандидаты Константин Васильевич Сапегин юғары уҡыу йортонда 30 йылдан ашыу эшләй. Ул «Педагогик баһаның мотивацион мәғәнәүи нигеҙҙәре» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлаған. Бөгөн юғары уҡыу йортон психологик хеҙмәтләндереү, коррекцион психология, психотерапия, клиник психология, спорт һәм физик культура психологияһы, педагогик һәм үҫеш психологияһы өлкәһендәге байтаҡ фәнни мәҡәләләр авторы.
Психология фәндәре кандидаты Инна Михайловна Зинова 1997 йылда Бөрө дәүләт педагогия институтының мәктәпкәсә педагогика һәм психология факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған. 2000-2004 йылдарҙа УрДПИ-ның коррекцион педагогика һәм махсус психология кафедраһында аспирантурала уҡый һәм Түбәнге Новгородта фәнни дәрәжәгә кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Инна Михайловна етәкселегендә студенттар фәнни конференцияларҙа, конкурстарҙа һәм спорт ярыштарында призлы урындарҙы яулай. 2020 йылда Сочи ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй иң яҡшы фәнни мәҡәләләр конкурсында Айгөл Нафиҡованың “Мәктәптең юғары класында мин-концепция һәм рефлексивлыҡ үҙенсәлектәре” мәҡәләһе юғары уҡыу йорто студенттары араһында иң яҡшыһы тип табылды. Һәр ваҡыт эҙләнеүсән уҡытыусы профессиональ үҫешен камиллаштырыу маҡсатында Өфө, Санкт-Петербург ҡалаларының мәртәбәле уҡыу йорттарында өҫтәмә белем алыуға өлгөрә.
Кафедраның йондоҙҙары – апалы-һеңлеле Олеся һәм Ульяна Викторовналар. Психология фәндәре кандидаты Олеся Викторовна Улыбина 1998 йылда Бөрө дәүләт педагогия институтының педагогика һәм психология факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлап, шул уҡ йылда юғары уҡыу йортонда педагогик эшмәкәрлеген башлай. 2004 йылда Түбәнге Новгород дәүләт университетында «Педагогик аралашыуҙа психологик үҫеше тотҡарланған балаларҙың һәм педагогтың бер-береһен ҡабул итеү үҙенсәлеге» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай һәм фән кандидаты дәрәжәһенә өлгәшә. Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары ла уға тик ултырырға мөмкинлек бирмәй. Ул — 200-гә яҡын фәнни мәҡәлә, 10 уҡыу-уҡытыу һәм контроль-тест ҡулланмаһы авторы. Юғары уҡыу йорто студенттары өсөн тәғәйенләнгән уҡыу ҡулланмаһы хатта Мәскәү нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан. Ул шулай уҡ ӨФһТУ-ның Бөрө филиалында студенттарға һәм сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикле балаларға инклюзив белем биреү буйынса модератор ҙа. Педагогик аралашыу стиле, мөмкинлектәре сикле балаларҙың психологияһы, студенттар социумында профориентация эштәре кеүек темалар ҡыҙыҡһындыра уны. Мәғариф системаһында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән.
Ульяна Викторовна Хахалкина ла шул уҡ уҡыу йортон тамамлап, Түбәнге Новгород дәүләт педагогия университеты аспирантураһына көндөҙгө бүлеккә уҡырға инә. Коррекцион психология буйынса «VIII төр махсус коррекция мәктәбе уҡыусыларының уҡытыусыны эмоциональ ҡабул итеү үҙенсәлеге» темаһына тикшеренеү эше яҙып, фән кандидаты дәрәжәһенә өлгәшкән. Ул белем биреү процесында шәхси мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү үҙенсәлеге, мөмкинлектәре сикле балалар менән эшләү йүнәлешендә 300-ҙән ашыу фәнни мәҡәлә яҙған.
Олеся Викторовна менән Ульяна Викторовна «ВЕРГАМУС» социаль-психологик хеҙмәтләндереү үҙәгендә лә эш алып бара. Үҙәк уҡыу йортоноң мөһим компоненты һаналып, социаль-психологик мәҙәниәтте үҫтереү, адаптация осоронда студенттарға ярҙам итеү һәм төрлө тикшеренеү эштәре үткәреү йүнәлешендә эштәр алып барыла. Шулай уҡ белем биреү процесында ҡатнашыусыларҙың шәхси, интеллектуаль һәм һөнәри-ижади үҫеш потенциалын да тәьмин итә. Ярҙамға мохтаж абитуриенттарға, студенттарға, юғары уҡыу йортон тамамлаусыларға, шулай уҡ уҡытыусылар составына һәм административ-хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә психологик йүнәлеш бирелә. Уҡыуҙа килеп тыуған проблемалар, ғаилә мөнәсәбәттәре буйынса шәхсән консультациялар үткәрелә. Тренинг төркөмдәрҙәге эштәр ышаныслы, йылы мөхиттә үҙеңдең һәләттәреңде асырға, башҡаларҙы аңларға, дөрөҫ аралашырға өйрәтә, төркөмдә, коллективта студенттарҙың социаль адаптацияһын тәьмин итә.
Ғөмүмән, кафедрала уҡыу-уҡытыу эше мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү учреждениеларын психологик-педагогик һәм социаль яҡтан тәьмин итерлек юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүгә йүнәлтелгән. Бакалавр һәм магистратура буйынса юғары белем алыу мөмкинлеге бар. Студенттарҙың уҡыу эшмәкәрлегенән тыш фәнни тикшеренеүҙең һөҙөмтәле системаһы булдырылған. Курс эше яҙыу, сығарылыш квалификация эштәрен башҡарыу, ғилми эҙләнеүҙәр алып барыу, вуз-ара фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, психология буйынса төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа, фәнни түңәрәктәрҙә ҡатнашыу бирелә даими алып барыла.
Заман менән бергә атлаған уҡыу йортонда күптән түгел психологик лаборатория асылған. Уның менән кафедра доценты Инна Михайловна Зинова етәкселек итә. Студенттар хәҙер махсус ҡоролма ярҙамында кешенең психодиагностик эшмәкәрлеген билдәләй ала.
Мультипсихометр, «Psychometric Expert-9» программа комплексы һәм «Лингвостим» аппараты шәхестең психологик һәм психофизиологик торошон анализлай. Бер нисә минут эсендә Люшерҙың төҫтәр тесы ярҙамында психологик анализ һөҙөмтәһе ҡулға тапшырыла. «Psychometric Expert-9» программа комплексы уҡыу, профессиональ эшмәкәрлек буйынса шәхестең методик анализын билдәләй. Релаксация кабинетындағы махсус кушеткала «Лингвостим» аппаратынан ағылған күңелгә ятышлы музыканы махсус күҙелдерек һәм ҡолаҡсын ярҙамында тыңлап, арыған аңды “дауаларға” мөмкин.
Психология йүнәлешендә эшләүсе уҡытыусылар үҙенең һөнәри эшмәкәрлегенә яуаплы ҡарай һәм унда ижади мөнәсәбәт традицияһы һалынған. Республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәгендәге мәктәптәр менән хеҙмәттәшлек итеү, төрлө кимәлдәге конференцияларҙа, семинарҙарҙа ҡатнашыу юлға һалынған. Мәктәп уҡытыусыларына, педагогтарға һәм психологтарға квалификацияларын камиллаштырыу курстары алып барыла. Лекцияларҙа һәм практик дәрестәрҙә буласаҡ педагогтарҙың һәм психологтарҙың һөнәри һәм шәхси компетенцияһын формалаштырыу, аралашыу һәм үҙ-үҙеңде тотоу мәҙәниәте хаҡында проблемалар ҡарала.
Кешенең эске донъяһы киң һәм күп яҡлы. Эске “мин” менән аралашып ҡына үҙеңдең үҫешең өсөн яңы мөмкинлектәр асырға һәм рухи яҡтан һау-сәләмәт йәш быуын тәрбиәләргә мөмкин. Ә был йәһәттән ӨФһТУ-ның Бөрө филиалы психологтары әүҙем эш алып бара.
Ғәлиә ҒӘНИЕВА.
Бөрө районы.