Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
25 Ноябрь 2023, 04:00

Ҡаҙ өмәһе гөрләп үтте

Халҡыбыҙҙың борондан килгән үҙенсәлекле байрамдары, бай ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йолалары бар. Шуларҙың береһе — Ҡаҙ өмәһе. Ошо көндәрҙә Маты ауылында йәшәүсе тырыш һәм уңған Фәнисә һәм Фәүҡәт Ғайфуллиндар ғаиләһендә матур өмә үтте.

Ҡаҙ өмәһе гөрләп үттеҠаҙ өмәһе гөрләп үтте
Ҡаҙ өмәһе гөрләп үтте

Маты ауылынан Ғайфуллиндар ғаиләһен районда белмәгән кеше юҡтыр, тиһәк тә хата булмаҫ. Улар күптәргә үҙҙәренең уңғанлығы, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашыуы, ауылдаштарына һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыуы менән таныш.
Фәнисә Ғайфуллинаның апаһы Йәмилә Вәлиәхмәтова хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған нигеҙенә йәшәргә ҡайтты. Бар яҡлап та уңған хужабикәнең емеш-еләк, сәскәләр баҡсаһы күптәргә өлгө булырлыҡ. Шулай уҡ ул аҙбар тултырып ҡош-ҡорт та ҡарай. Быйыл ул һеңлеһе Фәнисә менән бергә тиҫтәнән артыҡ ҡаҙ алып ҡарап үҫтерҙе. Һәм бына һалҡындар башланғас, Ғайфуллиндар йортонда ауыл халҡының бергәләп башҡарған күңелле эштәренең береһе — Ҡаҙ өмәһе ойошторолдо.
Үҙҙәре лә ярҙамсыл һәм һәр саҡ асыҡ йөҙлө булғанға, ауылдаштары ла теләп ҡатнашты өмәлә. Берҙәм эшләнгән эш тә бик йәнле барҙы — гармун менән халыҡ йырҙарын һуҙып, күңелле итеп ҡаҙ йолҡондо, эс-баштары таҙартылды. Барыһына ла эш етерлек булды. Өмә аҙағында таҙа итеп йыуылған һимеҙ ҡаҙ түшкәләре парлап элеп ҡуйылды.
Туғандарың, күршеләрең менән рәхәтләнеп аралашып, ярҙам итешеп, ошондай өмәләр үткәреү ауыл тормошон йәнлерәк һәм йәмлерәк итә. Ата-бабаларыбыҙҙан быуындан-быуынға күсеп килгән матур йоланы һаҡлаған, халыҡҡа еткергән Ғайфуллиндарға афарин, тибеҙ!

Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы.

Ҡаҙ өмәһе гөрләп үтте
Ҡаҙ өмәһе гөрләп үтте
Автор:
Читайте нас