Хөрмәтле райондашыбыҙ, мәғариф ветераны Наил Ғаян улы үҙенең сығышы менән жюри ағзаларын һоҡландырып, бәйгенең финалына үтте һәм конкурстың Радмир Бәҙретдинов исемендәге махсус призы менән бүләкләнде. Шулай уҡ Ҡашҡа ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Азат Әбүбәкеров та Рәхмәт хатына лайыҡ булды!
Райондаштарыбыҙҙы ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ һәм яңынан-яңы ижади уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!
«Байыҡ» республика телевизион башҡорт бейеү конкурсы 2008 йылдан башлап уҙғарыла. Ул шул уҡ исемле боронғо башҡорт бейеүе хөрмәтенә аталған, уның барлыҡҡа килеүе Айҙар Байыҡ сәсәндең исеме менән бәйле. Конкурста йыл һайын бөтә республиканан, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән бейеүселәр ҡатнаша. Быйыл Төркиәнән, Санкт-Петербург, Һамар, Пермь, Силәбе өлкәләренән бейеүселәр сығыш яһай, республикабыҙҙың Әбйәлил, Баймаҡ, Шишмә, Нуриман, Ҡырмыҫҡалы, Бүздәк, Йылайыр, Асҡын райондарынан әүҙем ҡатнашалар.
Илһөйәр Махатова.