Бөрө ҡалаһынан Регина Бильбарт ҡыҙы Ғәбиҙуллинаны күптәр белә. Ул “Тегеүсе патриот” исемле уникаль проекттың авторы. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итергә теләгәндәрҙе бергә туплаған.
Регина бәләкәйҙән балалар баҡсаһына йөрөй, ҡаланың 10-сы мәктәбен тамамлай, юғары уҡыу йортона уҡырға инә, кейәүгә сыға... Бәләкәй саҡтан матурлыҡҡа ынтылғанлыҡтан, парикмахер булырға хыяллана. Шуға ла ҡулына аттестат алыу менән Өфөлә шул йүнәлештә уҡыуын дауам итергә ниәтләй. Ләкин ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләгән әсәһе Зилиә Әкрәм ҡыҙы һәм атаһы Бильбарт Әхмәтвафа улы Мирғәләүетдиновтар ҡыҙҙарының мотлаҡ юғары белем алыуын теләй. Ата-әсә һүҙен йығырға ҡыймайынса, Бөрө дәүләт педагогия институтының педагогика һәм психология факультетына уҡырға инә. Шулай ҙа, бала саҡтан күңеленә оялаған хыялы өҫкә ҡалҡып сыға. Икенсе курста уҡығанда параллель рәүештә парикмахер һөнәрен үҙләштерә һәм буш ваҡытын яратҡан эшенә арнай. Бишенсе курсты тамамлағанда байтаҡ клиент туплап өлгөрә. Хеҙмәт юлын балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубтары берекмәһенең “Космос” муниципаль автономиялы учреждениеһында башлай. Кескәйҙәрҙе матурлыҡ серҙәренә төшөндөрә. Үҙенең шәхси эше булыу теләге көслө булғанлыҡтан, бер нисә йылдан парикмахер салонын аса. Бөгөн ул “Лаванда” матурлыҡ салонында эшләй. Белемен Екатеринбург, Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалаларында әленән-әле камиллаштырып тора.
Һуңғы ваҡытта Регина тышҡы матурлыҡтан бигерәк кешенең эске донъяһы менән ҡыҙыҡһына. “Кешенең тышҡы матурлығы уның эске халәте менән туранан-тура бәйләнгән", – ти ул. Психология буйынса китаптар уҡый, үләндәрҙең шифаһын өйрәнә, массаж серҙәренә төшөнә. 13 йәшлек ҡыҙы Самира ла тирә-яҡтың серлелеген үҙенсә күрә. Буш ваҡытында һүрәт төшөрөргә ярата, спорт менән шөғөлләнә. Күптән түгел үҙе йөрөгән футбол командаһы менән Барнаул ҡалаһына ярышҡа ла барып ҡайтҡан.
2022 йылдың сентябре Регинаның тормошона ла үҙгәрештәр индерә. Ҡала мәҙәниәт йорто эргәһендә мобилизацияланған һалдаттарҙы хәрби операцияға оҙатҡанда ул илгә ҙур яуаплылыҡ килгәнен аңлай. Әлегә үҙҙәрен ни көткәнен, киләсәктә ни булырын аңлап та етмәгән егеттәрҙе, уларҙы оҙатҡан ғаиләләрҙе йәлләй, әҙ генә булһа ла уларға һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеү теләге менән яна башлай. Күңеле саҡырыуы буйынса “Бәйләнештә” селтәрендә ҙур ғына иғлан яҙа. Унда Тыуған илгә ярҙам итеү өсөн тылда ла мөмкинлектәр күп булыуын, ҡайғырып, ҡул ҡаушарып ултырмаҫҡа, хәүефле уйҙарҙы эш менән баҫырға саҡыра. Күп тә үтмәй, октябрҙә, Бөрө ҡалаһында Бөтә Рәсәй «Ярҙам кәрәк. Тылда эш» төркөмөн ойоштора. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул киң ҡолас алған волонтер хәрәкәтенә әүерелә һәм ике меңдән ашыу кешене берләштерә. Улар 13 гуманитар конвой йыйып, аҙыҡ-түлек, йылы кейем, медицина кәрәк-яраҡтары, үләндәр һәм маскировкалау селтәрҙәренән торған 300-ҙән ашыу посылка оҙата.
2023 йылда Регина Ғәбиҙуллина инициативаһы менән Бөрөлө маскировкалау селтәрҙәре эшләү пункты асыла. Уның башланғысында ҡаланың оҫта тегенселәре хәрбиҙәргә йоҡлау өсөн ҡапсыҡтар, толстовкалар, масхалаттар, балаклавалар һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр тегә башлай. Алғы һыҙыҡтан заявкалар артҡандан-арта бара. Ярҙамсыларҙың күберәк, ҡорамалдарҙың да сифатлыраҡ булыуы талап ителә. Шулай итеп, «Тегеүсе патриот» проекты барлыҡҡа килә.
Был проектты тормошҡа ашырыу идеяһы менән Регина Бөрө районы хакимиәтендә үткәрелгән «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә сығыш яһай. Яңы асыласаҡ тегеү цехында хәрбиҙәр һәм МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн махсус кейемдәр һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тегеү планлаштырыла. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн Регина социаль контракт нигеҙендә 350 меңлек адреслы социаль ярҙам ала. Ғөмүмән, изге башланғыстарҙы һәр осраҡта хуплайҙар. Саҡырыу буйынса Сибайҙа Бөтә Рәсәй инвестиция форумында ла ҡатнаша.
Хәрбиҙәргә посылкалар әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашҡан барлыҡ мәрхәмәтле кешеләргә рәхмәтле Регина. Уның үҙе әйтеүенсә, гуманитар ярҙамды алғы һыҙыҡтағылар менән һөйләшеп ойоштороу мөһим. Сөнки уларға конкрет размерҙар кәрәк, материалдарҙың сифаты, артыҡ ҡалын булмауы ла әһәмиәтле. “Башҡа район халҡы ла аҙ ярҙам итмәй. Тик белеп, әйберҙәрҙең кәрәклеһен ебәрһендәр ине. Шылтыратып һораһалар, консультация бирергә һәр ваҡыт әҙермен”, – тигән теләген дә белдерҙе.
Ғәлиә Ғәниева.
Бөрө районы.