Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Ноябрь 2023, 10:00

Тәжрибәле уҡытыусы, күренекле шағирә

Мәсүфә Әйүпова ялҡынлы ижады аша балалар күңеленә изгелек орлоҡтары һала

Тәжрибәле уҡытыусы, күренекле шағирә
Тәжрибәле уҡытыусы, күренекле шағирә

Мәсүфә Әйүпова уҡытыусы һөнәрен һайлап яңылышмаған. Уҡыусыларына төплө белем биреүе, мәктәп тормошона ғашиҡ булып, янып йәшәүе менән бик тә бәхетле һанай ул үҙен.

Мәсүфә Заһит ҡыҙы Әйүпова районыбыҙҙың Берләс ауылында ябай колхозсы ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Бала һәм үҫмер саҡтары тиҫтерҙәренекенән бер ҙә айырылмай. Октябрят булыу, пионер, комсомол сафтарына инеү... Мауыҡтырғыс мәктәп йылдары шаулап үтә.
1971-1979 йылдарҙа — Берләс һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә, ә унан һуң Благовещен педагогия училищеһында уҡыуын дауам итеп, 1983 йылда башланғыс кластар уҡытыусыһы булып тыуған ауылында хеҙмәт юлын башлай. 1984 йылда йәш белгес кейәүгә сығып, Пермь ҡалаһында тәрбиәсе булып эшкә урынлаша. 1990 йылда ул ғаиләһе менән тыуған яғына күсенеп ҡайта һәм мәғариф бүлегендә методист булып эшләй башлай, ситтән тороп Бөрө педагогия институтының башланғыс кластар факультетына уҡырға инә. 1995 йылда уҡыу йортон уңышлы тамамлап, Борай 3-сө мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын дауам итә. Мәсүфә Заһит ҡыҙы әлеге көнгә ҡәҙәр һайлаған һөнәренә бар күңел йылыһын һалып, тырышып эшләгән уҡытыусы ғына түгел, ә уҡыусыларына телебеҙҙең асылы, байлығы тураһында һөйләүсе оҫта шағирә лә. Ул бөйөк шағирҙарға мәҙхиә йырлап, ижад емештәре аша туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләй. “Тормош юлын яңынан башлаһам да, хыялыма хыянат итмәҫ инем, ап-аҡ күңелле эскерһеҙ сабыйҙарым янына ашығыр инем, уларға үҙемдең шиғырҙарымды, әкиәттәремде уҡып, йырҙарымды йырлар инем, сөнки балаларҙан да рәхмәтлерәк кеше юк икәнен бар йөрәгем менән аңлайым”, — ти Мәсүфә Әйүпова.
Мәсүфә Заһит ҡыҙы йәшәй шиғырҙар, йырҙар, бәйеттәр, мөнәжәттәр, нәсихәттәр ижад итә. Беренсе шиғырын яҙғанда уға ни бары һигеҙ йәш була. Балалар өсөн хикәйәләр, әкиәттәр яҙа. Мәҡәлдәр, анаграммалар, йомаҡтар, башватҡыстар, тиҙәйткестәрҙең дә үҙе яҙғандарын ғына ҡулланып, мауыҡтырғыс дәрестәр үткәрә, ти хеҙмәттәштәре уның тураһында.
“Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” исемен лайыҡлы рәүештә йөрөтөүсе уҡытыусы эшләү дәүерендә бик күп асыҡ дәрестәр, кластан тыш саралар үткәргән. Уның ҡул аҫтында практикала булған студенттар хәҙер инде үҙҙәре башҡаларҙы өйрәтә. 1995 йылда республика кимәлендә үткәрелгән семинарҙа уның эшенә ҙур баһа бирелеп, район гәзитендә “Иң көслө методист” тип исемләнгән күләмле мәҡәлә донъя күрә. Инде ул ваҡиғаларҙан һуң байтаҡ ғүмер үтһә лә, тынғыһыҙ уҡытыусы һаман заман ағышында, заман менән бергә атлай. Уҡыусыларының район ғына түгел, республика һәм ил күләмендә лә һәр саҡ призлы урындар яулауы Мәсүфә Заһит ҡыҙының һөҙөмтәле эше тураһында һөйләй. Яңы технологияларҙы уңышлы үҙләштереп, балаларға төплө белем генә түгел, ә үҙенең ижады аша улар күңеленә изгелек орлоҡтары ла һалып, һәләтле шәхестәр тәрбиәләй ул. Балаһы уның класына эләгеп уҡыуҙы бик күп ата-әсә мәртәбәгә һанай.
Бөгөн Мәсүфә Әйүпованың “Яҡшы һүҙгә йәшем түгелә”, “Йәшәүҙәрҙән йәнем биҙмәне” тип аталған китаптары донъя күрҙе, “Шишмәләрҙең көмөш сыңы”, “Таңдар офоҡта йылмая”, “Йыраҡ ҡалған яҙҙарым”, “Һиңә әйтер һүҙҙәрем бар”, “Әҙәби балҡыш”, “Йөрәгемдә һүнмәҫ ялҡын бар” тип исемләнгән йыйынтыҡтарҙа йөҙләгән шиғыры урын алған. ”Шаһиҙә” тип аталған хикәйәләр китабы бына-бына “табанан төшөргә” тора. Яңауыл ҡалаһында йәшәп ижад иткән үҙешмәкәр композитор Йәүҙәт Хәкимов менән берлектә ”Йырҙарым — ғүмер юлдашым” тип исемләнгән аудиоальбомы үҙенең тыңлаусыларын һәм башҡарыусыларын тапты. Унда ижади күңелле уҡытыусының ике тиҫтә йыры бар. Зарема Әйүпова менән бергә ижад иткән “Күсмә ҡоштай әсәйҙәр” йыры менән "Юлдаш" каналында барған хит-парадта еңеү яулап, тыңлаусыларҙан меңләгән рәхмәт хаттары ала. Флюра Ефремова, Олег Зиннәтуллин, Инсаф Хәбибуллин, Раил Өмөтбаев менән бергәләп ижад иткән йырҙары радио һәм телевизор экрандарынан яңғырап, тамашасылар һөйөүен яуланы. Ә инде яҡташы, үҙешмәкәр композитор Илмира Әмирова менән ижади дуҫлыҡтарына ла байтаҡ йыл. Шул ваҡыт эсендә дүрт тиҫтәгә яҡын йыр яҙылған. “Шиғырҙары йырлап торғас, көйҙәр үҙенән-үҙе тыуа”, — ти Илмира Әмирова. Районыбыҙҙың биш һәләтле балаһын “Турғай” телевизион конкурсына әҙерләгәндә, улар өсөн генә Мәсүфә Әйүпова менән йырҙар яҙғандар. Балалар бәйгелә Гран-при һәм 1-се урындар яуланы. Районда үткән сараларҙа ла даими ҡатнашып, яҡташтарының күп һанлы рәхмәттәренә лайык булалар. Интернет селтәрендәге аралашыу төркөмдәрендә был һәләтле балаларҙың сығышын илебеҙҙең төрлө мөйөшөндә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә ҡарау бәхетенә иреште. Зиннур Исламов “Туған телем” йыры менән Төркиәлә үткән халыҡ-ара конкурста Гран-приға лайыҡ булды. Башҡа йырҙары менән ТМТV каналында, «Балалы солянка», Рәсәй күләмендә үткән “Еңеү моңо”, ”Йәш таланттар — 2023”, “Мираҫ”, “Яңырыш”, “Таланттар күтәрелеүе”, “Колибри” конкурстарында еңеүҙәр яуланы. Республика күләмендә уҙғарылған “Геройҙар дәүере”, “Саллы өҫтөндә аҡҡоштар”, “Аҡ күгәрсен” халыҡ-ара конкурстарында Мәсүфә Әйүпова һүҙҙәренә яҙылған йыр мәртәбәле урындар алды. 2022 йылда үҙе йәшәгән төбәкте данлап яҙылған “Мин яратам һине, Борайым” йыры район гимны итеп ҡабул ителде.
“Сулпылар” конкурсында авторҙың — “Үәт, исмаһам, өләсәй”, ә “Йондоҙлоҡ” балалар бейеү ансамбле өсөн “Көйәнтә” бейеүенә йырҙар яҙылып, халыҡ-ара бейеү конкурсында 1-се дәрәжә диплом алыуға ирештеләр. “Кызыл таң”, “Өмет”, “Балтач таңнары” гәзиттәрендә шиғырҙары, “Тулпар” журналында хикәйәләре донъя күрә Мәсүфә Заһит ҡыҙының. Ә ижад емештәренең “Алга” район гәзитендә лә даими баҫылыуы уға үҙенең уҡыусыларын табырға ярҙам итә.

Күрше төбәктәрҙә лә уның ижадын яратып уҡыйҙар. “Беслан яраһы”, “Күҙ алдымда Кемеров” шиғырҙарын, “Хәниә бәйете”н “Саба таңнары”, “Мәдәни җомга” гәзиттәре, ”Сабантуй”, “Идел” журналдары баҫтырып, милләттәштәренән меңләгән рәхмәт хаты ала. “Хәния” китабында бәйете баҫылғас: “Сит илдән ҡәҙәр шылтыратып рәхмәт әйткәс, ижадымдың кешеләргә кәрәклеген тағын бер тапҡыр аңланым”, — ти Мәсүфә Әйүпова. “Ейәнемә” тигән йыры менән “21-се быуат композиторҙары музыкаһы” тип аталған хрестоматияға инеп, Ҡазан ҡалаһында уҙған конкурста лауреат була. Ә “Һағыныу” йыры гала-концертта яңғырағас, Ҡазан тамашасыһы алҡыштарға күмә. Ә 2019 йылда Бәләбәй ҡалаһында “Илһам шишмәләре” фестиваленә атап сығарылған “Салауат күпере” альманахында ла шиғырҙары булыуы Мәсүфә Әйүпованың танылған шағирә икәнлеген билдәләй. Хикәйәләр өлкәһендә лә үҙен һынап ҡарап, Рәсәй күләмендәге бәйгелә 1-се урын яулауы күп ҡырлы талант эйәһе икәнлеген иҫбатлай.  “Республика намыҫы өсөн!” Башҡортостан социаль-мәҙәни мөхитендә рухи-әхлаҡи үҫеш һәм гражданлыҡ-патриотик тәрбиәнең иң яҡшы моделенә фестиваль-конкурсында “Журналист, яҙыусы, радиотапшырыуҙар алып барыусы” номинацияһында ла Мәсүфә Заһит ҡыҙы 2-се урын яулаған.
Уҡыусылар менән осрашыуҙарҙа, “Юлдаш” каналындағы сығыштарында, ижад кисәләрендә туған телдең асылы, уның иң матур тел икәнлеге тураһында ғорурланып һөйләй уҡытыусы-шағирә, район күләмендә үткәрелгән әҙәби сараларҙа ла ихлас ҡатнаша.
Мәсүфә Әйүпованың хәстәрлекле әсә, тоғро тормош иптәше, оло йәштәге әсәһенә итәғәтле бала, яғымлы өләсәй, ышаныслы дуҫ булыуын да күптәргә өлгө итеп ҡуярлыҡ. Тормош иптәше Мирданур Мулланур улы менән иңгә-иң терәп 1984 йылдан башлап татыу ғүмер кисерәләр. Ул оҙаҡ йылдар Себер тарафтарында юл төҙөү ойошмаһында тракторҙа эшләй, әлеге ваҡытта ла ошо һөнәрҙә районда барған юл төҙөлөшөндә хеҙмәт һала. Улдары Рәмил ғаиләһе менән Ҡазан ҡалаһында йәшәй. Ауыл хужалығын техника менән тәьмин итеүсе ойошмала етәксе урынбаҫары вазифаһын башҡара. Ҡатыны Элиза менән Мәҙинә һәм Ғәлиә исемле ҡыҙҙар үҫтерәләр. Улар Ҡазан ҡалаһының мәртәбәле "Адымнар" мәктәбендә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Икеһе лә өләсәйҙәре яҙған йырҙарҙы йырлай. Әйүповтарҙың ҡыҙҙары Лилиә ғаиләһе менән Нефтекама ҡалаһында йәшәй. Логопед-дефектолог булып эшләй. Тормош иптәше менән ике ҡыҙ — Сафина һәм Йәсминәне үҫтерәләр. Ҡыҙҙар икеһе лә "Түңгәүер" бейеү ансамблендә бейей, вокал менән шөғөлләнә.


Гөлназ Ханова.
Борай районы.

Тәжрибәле уҡытыусы, күренекле шағирә
Тәжрибәле уҡытыусы, күренекле шағирә
Автор:
Читайте нас: