Асҡын мәғлүмәт үҙәге ҡаршыһындағы һатыу урынында ҡыйыуһыҙ ғына йөн ойоҡбаштар һатып торған инәй менән әңгәмәләшкәндән һуң, яратып башҡарған эшкә оло йәштең бер ҙә кәртә түгеллегенә инандым. Ҡарап тороуға Фәрдүнә Ислам ҡыҙына 85 йәш бирмәҫһең дә! Йоҡа ғына кәүҙәһенә кейгән кейемдәре лә үҙенә килешеп тора, ашыҡмай ғына, сабыр ғына һөйләшә, мөләйем йөҙөнән йылылыҡ бөркөлә, ниндәйҙер һағыш та һиҙелә.
Ғүмер юлы еңелдән булмаһа ла, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгән, ауырлыҡтарҙы ҡул эше, йорт эше менән баҫҡан ул. Ауырып ваҡытһыҙ берҙән-бер улы, оҙаҡ йылдар урында ятып тормош иптәше вафат булған. Бәләкәйҙән хеҙмәттә сынығып үҫкән инәй үткән йылға тиклем һыйыр ҙа, һарыҡтар ҙа ҡараған. Бөгөнгө көндә ике кәзәһе бар. Һарыҡ йөнөнән бейәләйҙәр, ойоҡбаштар, кофталар, ептән башлыҡтар, еңһеҙ кейемдәр бәйләгән. Ҡул эштәрен таныштары, күрше-тирәһе һатып алған. Фәрдүнә Ислам ҡыҙының өҫтөндәге итәге лә үҙенеке, уны һыуыҡ ваҡытта кейергә йөндән, биҙәкләп, үҙенә күрә зауыҡлы итеп бәйләгән булған.
— Һатыу итергә беренселәй сыҡтым. Бәлки мин бәйләгән йылы ойоҡбаштар кемдәрҙеңдер аяғын йылытыр. Уҡыған доғаларым, теләгән теләктәрем, йәштән яратып башҡарған ҡул эшемдән йәм табып, көс алып йәшәйем, — ти ул.
Илһөйәр Махатова.
Автор фотоһы.