Күмәк көс яу ҡайтара
Кеше ҡайҙарҙа ғына булһа ла, ҡайҙарҙа ғына йөрөһә лә тыуған яғы, ауылы күңел түрендә. Ауылдың яҙмышы унда яшәүсе уңған, тырыш халҡына бәйле. Яңы Ҡаҙансыла эшһөйәр, берҙәм, тыуған ауылы өсөн йән атып торған кешеләр йәшәй. Бирелә ауыл Советы хакимиәте халыҡ менән тығыҙ элемтәлә эш алып бара. Ниндәй генә эш булмаһын, бергәләп, кәңәшләшеп башҡаралар.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам күрһәтеү барыһын да берләштерҙе. Яңы Ҡаҙансы ауылы халҡы берләшеп, мобилизацияланған ир-егеттәргә ярҙам ойошторҙо. Улар аҙыҡ-түлек, оҙаҡ янып тороусы шәм, маскировка селтәре, ойоҡбаштар һәм төрлө кәрәк-яраҡ әйберҙәр оҙатты. Ярҙам итеүгә битараф булмаған һәр кем, олоһо ла, кесеһе лә үҙ өлөшөн керетте.
Урындағы халыҡ ауыл китапханаһына яугирҙар өсөн маскировка селтәре бәйләргә, озаҡ янып тороусы шәм эшләргә җ йыйылды. Эш барыһына ла етерлек.
— Урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр менән кәңәшләшеп, мобилизацияланған ир-егеттәргә ярҙам итеү мөмкинлеге тураһында үҙебеҙҙең ауыл төркөмөнә ватсапҡа яҙҙыҡ. Быны барыһы ла тиерлек күтәреп алды. Был, әлбиттә, ауылдаштарыбыҙҙың берҙәмлеген, бер-береһенә битараф булмағанлығын күрһәтә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә кәрәкле әйберҙәр тупланды.
Бүген махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙгә ярҙам күрһәткән һәр кемгә рәхмәтлебеҙ. Яҡташтарыбыҙға ошо ауылда тыуып ситтә яшәүселәр лә ярҙам күрһәтә. Иң мөһиме, яугирҙарыбыҙ ғаиләләренә иҫән-имен әйләнеп ҡайтһын. Бу йүнәлештә эшебеҙҙе дауам итәбеҙ, — ти ауыл китапханасыһы Ридә Заманова.
Яҡташтарҙан бындай ярҙам, яҡындарынан хаттар — егеттәргә көс, дәрт, ышаныс бирә, күңелдәрен йылыта. Иҫән-имен йөрөп, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырҙар, Алла бирһә.