Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Октябрь 2023, 16:10

Аҡ халатлылар өсөн йәнле концерт

“Күңел дауалаусылар” социаль-мәҙәни проекты сиктәрендә Асҡын үҙәк район дауаханаһы табиптары һәм хеҙмәткәрҙәре өсөн йәнле концерт уҙҙы.

Аҡ халатлылар өсөн йәнле концерт
Аҡ халатлылар өсөн йәнле концерт

  Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, бейеүсе-бард Рәмил Бәҙәмшин етәкләгән проект Башҡортостандың гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты – арт-терапия һәм мәҙәни реабилитация ярҙамында медицина хеҙмәткәрҙәренә эмоциональ яҡтан ярҙам итеү. Был сара Асҡында икенселәй үтте.

 Аҡ халатлылар өсөн Өфө ҡунаҡтары бөгөн йәнле, күңелле концерт программаһы тәҡдим итте. Башҡортостандың халыҡ артисы Зөлфиә Ҡудашева үҙенең дәртле бейеүҙәрен бүләк итһә, талантлы эстрада йырсыһы Юлия Талхина һәм  Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Рәмил Бәҙәмшин ҡанатлы һүҙҙәре, матур йырҙары менән медицина хеҙмәткәрҙәренең күңелен күтәрҙе, ауыр эштәрендә еңеллектәр теләп, илһам-көс бирҙе. Тауыш операторы Азат Абдуллин ҡуйған дәртле көйҙәргә бейергә лә төштөләр, ҡушылып та йырланылар.  

Медицина хеҙмәткәрҙәре был сарала ҡулдарына бумала һәм буяуҙар алып, матур һүрәт тә төшөрҙө.  Билдәле рәссам Любовь Чистякова  уларҙы баш мейеһенең уң яҡ ярымшары мөмкинлектәрен файҙаланып, һүрәт төшөрөү серҙәренә өйрәтте.

Илһөйәр Махатова.

Аҡ халатлылар өсөн йәнле концерт
Аҡ халатлылар өсөн йәнле концерт
Аҡ халатлылар өсөн йәнле концерт
Аҡ халатлылар өсөн йәнле концерт
Аҡ халатлылар өсөн йәнле концерт
Аҡ халатлылар өсөн йәнле концерт
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: