Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Октябрь 2023, 17:05

Тыуған еребеҙгә һөйөү тәрбиәләп

«Шишмәкәй»ҙә Республика көнөнә арналған матур сара үтте

Тыуған еребеҙгә һөйөү тәрбиәләп
Тыуған еребеҙгә һөйөү тәрбиәләп

Яңы Ҡаҙансы ауылының «Шишмәкәй» балалар баҡсаһында Республика көнөнә арналған “Башҡортостан Республикаһы символдары” тип аталган матур сара үтте.

Байрам барышында балалар йырҙар йырланы, республикабыҙ тураһында шиғырҙар һөйләне. Халыҡ уйындары ла кескәйҙәрҙең күңеленә хуш килде.

Тәрбиәләнеүселәр шулай уҡ дәүләт символикаһы, гимндың әһәмиәте тураһындағы белемдәрен нығытты. Башҡортостан флагы төҫтәренең нимә аңлатҡаны хаҡында һөйләнеләр. Балаларҙың республика символикаһы тураһында белеүе һәм уларҙың әһәмиәте тураһында һөйләй алыуы ҡыуаныслы!

Байрам ахырында балалар милли ризыҡ — бауырһаҡ менән тәмләп сәй эсте. Фәһемле сара балалар күңелендә онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдырҙы.

Әйткәндәй, тәрбиәселәр Илмира Хәсәнова һәм Диләрә Шәйнурова үткәргән һәр сара матур һәм сағыу уҙа. Һайлаған һөнәрҙәренә бар күңел йылыһын һалыусы хеҙмәткәрҙәр  балалар тәрбиәләү эшенә намыҫлы,  яуаплы ҡарай.

 

Тыуған еребеҙгә һөйөү тәрбиәләп
Тыуған еребеҙгә һөйөү тәрбиәләп
Тыуған еребеҙгә һөйөү тәрбиәләп
Тыуған еребеҙгә һөйөү тәрбиәләп
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: