Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Октябрь 2023, 16:30

Афарин, Илмир!

Мәртәбәле баҫма иғлан иткән ижади бәйгелә Яңы Ҡаҙансы мәктәбенең һәләтле уҡыусыһы 1-се урын яуланы

Афарин, Илмир!
Афарин, Илмир!

"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы Халыҡ-ара уҡытыусылар көнөнә арнап шиғри конкурс иғлан иткәйне. Конкурста теләгән һәр кем (өлкәндәр ҙә, балалар ҙа) ҡатнаша алды.

 Әлбиттә, Яңы Ҡаҙансы мәктәбенең тынғыһыҙ, ижади ҡарашлы уҡытыусыһы Алһыу Ҡәтифйән ҡыҙы Хәсәнова ла ошо конкурстан ситтә ҡалманы. Конкурсҡа етди ҡарап, һәләтле уҡыусыһын тейешле дәрәжәлә әҙерләй һәм тырышлыҡтары бушҡа булмай. Тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән, маҡсатсан, ныҡышмал Илмир Хәсәнов республика күләмендәге конкурста I урын яулай. Ул Яңы Ҡаҙансы мәктәбенең  7-се класында уҡый. Конкурсҡа үҙе иҗад иткән «Остазым-уҡытыусым» шиғырын тәҡдим итә.

  "Уҡытыусы" һүҙе ниндәй генә телдә әйтелһә лә, оло хөрмәт һәм ихтирамға сорналып яңғырай. Һәр кемдең йөрәгендә ул ҡәҙерле, ғәзиз кешеләребеҙ рәтенә ҡуйыла. Ул – Ватаныбыҙҙың киләсәген тәрбиәләүсе, ил ғорурлығы һәм таянысы. Уҡытыусы  ябай һөнәр түгел, ул – бала күңеленең белгесе. Илмир үҙенең йөрәк түреннән сыҡҡан шиғри шәлкемендә нәҡ ошо хистәрҙе ихлас еткерә лә инде.

Афарин, Илмир! Киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын һиңә!

Яҡшы уҡыуың, ижади һәләтең менән уҡытыусыларыңды, ата-әсәйеңде һөйөндөрөп кенә тор!

Афарин, Илмир!
Афарин, Илмир!
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: