2024 йылдың беренсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғат баҫмаларына ташламалы хаҡҡа яҙылыу тамамланып килә. 2-һенән 12 октябргә тиклем иғлан ителгән ун көнлөктә Лариса Фәрит ҡыҙы Мөхәмәтшина етәкселегендәге Асҡын 2-се балалар баҡсаһы коллективы “Аскинская новь”, “Ышаныч” һәм “Йәнтөйәк” район гәзиттәренә һәр йылдағыса ихлас яҙылды.
Әүҙем, берҙәм, татыу коллектив район гәзиттәренә һәр ваҡыт тоғро ҡала, ташламалы хаҡ ун көнлөгөндә форсаттан файҙаланырға тырыша.
Лариса Фәрит ҡыҙы үҙе лә һәр ваҡыттағыса “Изгелек ағасы” мәрхәмәтлек эстафетаһына ихлас ҡушылды һәм “Йәнтөйәк” район-ара гәзитен Яңауыл ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны, күп бала тәрбиәләп үҫтергән хөрмәтле әсә, улы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Мәймүнә Нәжмиеваға бүләк итте.
Рухи аҙыҡ биргән, район, республика яңылыҡтары менән таныштырған баҫмаларға тоғро ҡалған коллективҡа “афарин!” тибеҙ!
Илһөйәр Махатова.