

Пермь крайы Барҙа районының Түбән ауылынан Айһылыу Әптүкова Ғәйнә башҡорттары ир-аттарының мулине менән сигелгән боронғо һәм стилләштереп сәйлән менән биҙәп теккән заманса түбәтәйҙәрен алып килгәйне. Ул Асҡын гүзәл заттарына үҙенең белгәндәре, оҫталығы менән бүлеште. Айһылыу Ғәбләйән ҡыҙы үҙенең эштәренән альбом да төҙөгән. Бар әйберҙәрен дә алып килә алмағанлыҡтан, ул жюри ағзаларына, ҡыҙыҡһыныусыларға фотоларҙан да күрһәтте.
Барҙа ауылынан килгән Әнисә апай Мәүликаева төрлө сығанаҡтарҙан өйрәнеп Ғәйнә башҡорттары ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәрен тергеҙгән, сәхнә күлдәктәрен теккән. Барҙа районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, музей директоры вазифаларын башҡарған Әнисә Сәлим ҡыҙы милли кейемдәрҙе тергеҙеү, тарихты, мәҙәниәтте өйрәнеү буйынса ҙур эш башҡарған һәм башҡара.
Жюри ағзалары Зарина Зыя ҡыҙы Хәсәнова һәм Әлфиә Мәкәрим ҡыҙы Фазлыева һәр оҫтаның өҫ һәм баш кейемдәрен ҡарап, юғары баһалап, кәңәштәрен бирҙе.
Айһылыу Әптүковаға Ғәйнә ир-егеттәре түбәтәйҙәрен элекке рәүешендә тергеҙеп, быуындан-быуынға тапшырып, үҙҙәренең бренды яһарға тәҡдим иттеләр. Айһылыу Ғәбләйән ҡыҙы конкурс йомғаҡтары буйынса 3-сө урынға лайыҡ булды!
Илһөйәр Махатова.