

Районыбыҙҙан да был конкурста ҡатнашыусылар байтаҡ булды. Асҡындан Фәниә Әхмәтова, Гүзәл Ғайнуллина, Гөлфинә Үҙәнбаева, Ҡашҡанан Мауза Латыпова, Иҫке Ҡаҙансынан Мәмдүнә Зарипова, Ҡарткиҫәктән Фәнирә Нәбиуллина, Упҡанкүлдән Светлана Хажимуллина, Иҫке Мотабаштан Илвера Хәбибуллина, Урманкүлдән Раушания Хажиәкбәрова районыбыҙҙа йәшәгән дүрт ырыу вәкилдәренең боронғо һәм сәхнә кейемдәрен, стилләштерелгән түшелдеректәрен — үҙҙәренең береһенән-береһе һоҡланғыс ҡул эштәрен жюри ағзалары, башҡа оҫталар иғтибарына тәҡдим итте.
“Кей” башҡорт халыҡ кейеме оҫталары конкурсының еңеүселәре Гала-концертта билдәләнде.
Ҡатын-ҡыҙҙар милли кейеме оҫтаһы, шулай уҡ милли кейемдәге ҡурсаҡтары менән дә билдәле “Аҡ ҡалфаҡ” вокаль-фольклор ансамбле ағзаһы Фәниә Фәхри ҡыҙы Әхмәтова конкурс һөҙөмтәләре буйынса 3-сө урынға лайыҡ булды. Башҡа ҡатнашыусыларға ла махсус бүләктәр тапшырылды.
Илһөйәр Махатова.