Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
3 Октябрь 2023, 11:10

Баш ҡала оҫталары оҫталыҡтары менән һоҡландырҙы!

Өфө гүзәл заттарының күҙ нурҙарын түгеп, үҙ ҡулдары менән эшләгән ҡашмау,түшелдерек, таҡыя, яға, хәситә, тула ойоҡ, төрлө ырыу милли кейемдәренән, биҙәүестәрҙән торған күргәҙмәһе сарала ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Баш ҡала оҫталары оҫталыҡтары менән һоҡландырҙы!Баш ҡала оҫталары оҫталыҡтары менән һоҡландырҙы!
Баш ҡала оҫталары оҫталыҡтары менән һоҡландырҙы!

Республика халыҡ ижады үҙәгенең "Атайсал" мәҙәни үҙәге "Селтәр" студияһы оҫталары алып килгән милли кейемдәргә, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәнеү әйберҙәренә, баш кейемдәренә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел ине.

 "Селтәр" башҡорт халыҡ кейеме халыҡ студияһы үҙенең әүҙем эшмәкәрлеге менән республикабыҙҙа киң билдәле. Башҡорт халҡының рухи һәм матди мираҫын һаҡлауҙа, киң ҡатлам кешеләренә танытыуҙа, йәш быуынға өйрәтеүҙә уларҙың  хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Әлеге сараға студия етәксеһе Фатима Салауат ҡыҙы Хәйретдинова, студия ағзалары Наилә Әсғәт ҡыҙы Хәсәнова,  Фәнисә Мөтәғәр ҡыҙы Минғәлимова алып килгән милли кейемдәргә һоҡланып ҡараусылар, ҡыҙыҡһынып әңгәмә ҡороусылар күп булды. Улар һәр береһе үҙ ырыуы һәм ҡәбилә тарихының этник үҙенсәлектәрен өйрәнеп, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм ирҙәрҙең баш, аяҡ, өҫ кейемдәрен төп нөсхәһендә яңыртҡан.

Фәнисә Мөтәғәр ҡыҙы сараға тормош иптәше Ғәбделхаҡ Ғабдрахман улы һәм ейәндәре Мәҙинә һәм Асҡар менән килгән. Улар төньяҡ-көнбайыш  башҡорттары кейемен тулы комплектында күрһәтте. Был ижади ғаилә төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар ала. Фәнисә апай ейәндәренә лә бәләкәйҙән башҡорт мәҙәниәтенә, йолаларына һөйөү тәрбиәләй.

Өфө ҡалаһынан килгән оҫта Гөлсөм Хөсәйенова дүрт төр костюм комплексын:  көньяҡ-көнсығыш, төньяҡ- көнбайыш, Дим, Ҡурған башҡорттары милли кейемдәрен алып килгәйне. Биш йылдан артыҡ милли кейем тергеҙеү менән шөғөлләнгән Гөлсөм Йыһанур ҡыҙы ошо йәһәттән ҙур эш башҡарған, ул белгәндәре менән ихлас уртаҡлаша, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, марафондар алып бара.

“Кей” башҡорт халыҡ кейеме оҫталары конкурсының еңеүселәре Гала-концертта билдәләнде. Өфө ҡалаһынан Гөлсөм Хөсәйенова бәйгенең гран-прийына лайыҡ булды. Шулай уҡ баш ҡаланан килгән оҫта Фәнисә Минғәлимова — 1-се, Фәнүзә Аллағолова (Өфө районы Нуғай ауылы) һәм Гүзәл Искәндәрова (Ҡырмыҫҡалы районы) — 2-се, Айһылыу Әптүкова (Барҙа районы) һәм Фәниә  Әхмәтова (Асҡын районы) 3-сө урын яуланы. Башҡа ҡатнашыусылар ҙа махсус бүләктәр менән билдәләнде.

Илһөйәр Махатова.

Баш ҡала оҫталары оҫталыҡтары менән һоҡландырҙы!
Баш ҡала оҫталары оҫталыҡтары менән һоҡландырҙы!
Баш ҡала оҫталары оҫталыҡтары менән һоҡландырҙы!
Баш ҡала оҫталары оҫталыҡтары менән һоҡландырҙы!
Баш ҡала оҫталары оҫталыҡтары менән һоҡландырҙы!
Баш ҡала оҫталары оҫталыҡтары менән һоҡландырҙы!
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас