Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
2 Октябрь 2023, 09:50

Ҡашҡала Мәүлит байрамы үтте

Мосолман ҡәрҙәштәр ил-көнгә тыныслыҡ, ғаиләләребеҙгә именлек теләп, саранан доғалар уҡып таралышты.

Ҡашҡала Мәүлит байрамы үттеҠашҡала Мәүлит байрамы үтте
Ҡашҡала Мәүлит байрамы үтте

Йыл һайын Рабиғел әүүәл айының 12-се көнөндә мосолман донъяһында ҙур тантана – Мәүлит байрамы үткәрелә. Риүәйәттәргә ҡарағанда, был төндө һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм (с.ғ.с.) донъяға килгән. Был байрам ай буйына дауам итә.

Шул уңайҙан Ҡашҡа ауыл мәсетендә Мәүлит байрамына арналған  йәмле мәжлес уҙғарылды.  Рөстәм хәҙрәт Әғзәмов тантананы асып, изге Мәүлит байрамының мосолман халҡы өсөн әһәмиәтен билдәләп вәғәздәр һөйләне.

Артабан Ҡөрьәндән аяттар уҡылды, салауат-шәрифтәр әйтелде.

Байрамға йыйылыусылар тәмле ризыҡтарҙан ауыҙ итеп, бай табын артында сәй эсте. Мосолман ҡәрҙәштәр ил-көнгә тыныслыҡ, ғаиләләребеҙгә именлек теләп, доғалар уҡып таралышты.
Илһөйәр Махатова.

Ҡашҡала Мәүлит байрамы үтте
Ҡашҡала Мәүлит байрамы үтте
Ҡашҡала Мәүлит байрамы үтте
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас