Йәнтөйәк
-13 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Октябрь 2023, 01:40

Тирмәнән көн оҙоно кеше өҙөлмәне

Районыбыҙҙа гөрләп  үткән “Башҡорт йолалары вариҫтары”  беренсе республика халыҡ ижады фестивалендә Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы әүҙем эш алып барҙы.

Тирмәнән көн оҙоно кеше өҙөлмәне
Тирмәнән көн оҙоно кеше өҙөлмәне

Ҡоролтай ағзалары ошо ҙур сарала этнографик тирмә ҡороп, мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ҡаршы алды. Улар унда районыбыҙҙа йәшәгән дүрт ырыу вәкилдәренең кәсептәрен, милли аштарын, кейемдәрен, көнкүреш әйберҙәрен, дөйөм алғанда, йәшәйешен күрһәтте. Һандыҡтарҙа һаҡланған изге ҡомартҡылар, эленгән сигеүле таҫтамалдар, келәмдәр, ҡоролған шаршау-ҡашағалар, сымылдыҡ артындағы бала бишеге — быларҙың барыһы ла тирмәгә ингән һәр кемдең  иғтибарын йәлеп итте.

— Башҡарма комитеттың һәр ағзаһы ошо ҙур сараға әҙерләнгәндә лә, үткәргәндә лә әүҙем ҡатнашты. Һәр береһенең индергән өлөшөн атап, оло рәхмәттәремде еткергем килә уларға. Табаҫҡытамаҡ ауылынан әүҙем ҡоролтай ағзаһы, Глафира Фәйершина үҙенең шәжәрәһен, музейҙа һаҡланған Балыҡсы ырыуы ҡатын-ҡыҙҙарының бер нисә милли кейемен алып килеп, күргәҙмә ойошторҙо. Ҡунаҡтарҙы ул үҙҙәренең бай мәғлүмәтле Ғиниәт нәҫеле шәжәрәһе менән таныштырҙы. Ҡунаҡтар уны ихлас тыңлап, Глафира Йәнтимер ҡыҙына үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы ла бирҙе.

Тирмәлә шулай уҡ районыбыҙҙа йәшәгән Балыҡсы, Ҡыр-Танып, Һыу-Танып, Унлар ырыуы башҡорттарының милли ризыҡтарынан бай табын ҡоролдо. Унда һәр ырыуға хас булып, әлеге көндәргә тиклем һаҡланып килгән аш-һыу әҙерләнгәйне. Был эште әүҙем ҡоролтай ағзаһы, район мәғариф бүлегендә эшләүсе Ләйсән Фларит ҡыҙы ойошторҙо. Асҡын 1-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте  уҡытыусыһы Ләйсән Әхмәтғариф ҡыҙы ҡунаҡтарҙы сәләмләп, матур итеп ҡаршы алып торҙо, тирмәне әҙерләүҙә ҙур ярҙам күрһәтте. Асҡын 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ләйсән Зөфәр ҡыҙының да тырышлығын айырым әйтеп үтке килә. Ул үҙенең ҡарт өләсәһенән ҡалған һандыҡты алып килеп,  ҡунаҡтарҙы унда һаҡланған береһенән-береһе матур ҡул эштәре, һирәк осрай торған әйберҙәр һәм ҡәҙерле ҡомартҡы — өләсәһенең ҡурайы менән таныштырҙы.  Ҡашҡа ауылында элек-электән  Балыҡсы ырыуы ҡатын-ҡыҙҙары ҡурайҙа уйнаған. Өләсәһе лә бәләкәйҙән ҡурай моңо тыңлап үҫкән, үҙе лә уйнаған һәм  Ләйсән Ғәлимоваға ошо милли уйын ҡоралын аманат итеп ҡалдырған.

Ҡунаҡтарҙы Асҡын 2-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дилбәр Заһиҙуллина ла рухлы сығышы менән һоҡландырҙы. Ул да күргәҙмәгә үҙенең бынан 30 йыл элек килен булып төшкән һандығын алып килгәйне. Унда әсәһенең төртөп сигелгән келәме, үҙенең студент сағында кейеп бейегән башҡорт милли кейеме ҡәҙерләп һаҡлана икән. Дилбәр Зөфәр ҡыҙы ғаиләһендә һаҡланған ошо ҡәҙерле ҡомартҡыларҙы күрһәтеп,  улар тураһында бик сәмләнеп һөйләне.   

Бигерәк тә һәр сарала әүҙем ҡатнашыусы ағинәйҙәребеҙгә ҙур рәхмәттәр әйтке  килә. Мәмдүнә Гаян ҡыҙы Зарипова Ҡыр-Танып ырыуына ҡараған милли кейемдәрҙең төп нөсхәһен алып килгәйне.  Ул ҡунаҡтарҙы быуындан-быуынға тапшырылып килгән боронғо кейемдәре — 250 йыллыҡ күлдәк һәм 150 йыллыҡ камзул менән таныштырҙы. Мәмдүнә Гаян ҡыҙы был изге ҡомартҡыларҙы тергеҙеп кейеп, сәхнәләрҙә сығыш яһай, күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Фестиваль сиктәрендә үткән “Кей” конкурсында ла үҙенең ошо милли кейемдәрен тәҡдим итеп, жюри ағзаларын һоҡландырҙы. Ул шулай уҡ район ағинәйҙәр етәксеһе Йәриә Ғафур ҡыҙы менән районыбыҙҙа үҫкән дарыу үләндәре күргәҙмәһен дә ойошторҙо. Уларҙан төрлө шифалы сәйҙәр әҙерләп, ҡунаҡтарҙы ихлас һыйланылар. Мәмдүнә апай уларҙы матур итеп йырлауы менән хайран итһә, Йәриә Ғафур ҡыҙы беҙҙең яҡта ғына  үҫкән һирәк осрай торған үләндәр тураһындағы сығышы менән ҡыҙыҡһындырҙы.  

Петропавловка мәктәбе директоры Ирек Альбирт улы Ҡәҙимов та алдан килеп, әҙерләшеп, иртәнән кискә тиклем йөрөп, сараны үткәреүгә ҙур өлөш индерҙе. “Йәнтөйәк” гәзите мөхәррире Наилә Зәйнулла ҡыҙы Имаева сараны интернет селтәрендә  әүҙем яҡтыртып барып, халыҡҡа еткереп торҙо, тирмәне ҡороуҙа булышты. Дөйөм алғанда, беҙҙең яҡ башҡорттарының  көнкүрешен сағылдырған бай тирмә ҡунаҡтарға бик оҡшаны. “18-се-19-сы быуатҡа ҡайтҡандай булдыҡ”, тиеүселәр ҙә булды. Фестивалгә 17 райондан килгән ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тиерлек тирмәгә инеп, һәр әйберҙе ҡарап, һорашып, иҫтәлеккә фотоға төштө. Иртәнге 10-да сара асылғайны, көн оҙоно унан кеше өҙөлмәне, — тип һөйләне Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы Юнысова.

Илһөйәр Махатова.

Тирмәнән көн оҙоно кеше өҙөлмәне
Тирмәнән көн оҙоно кеше өҙөлмәне
Тирмәнән көн оҙоно кеше өҙөлмәне
Тирмәнән көн оҙоно кеше өҙөлмәне
Тирмәнән көн оҙоно кеше өҙөлмәне
Автор: Ильсияр Махатова
Читайте нас