Фәһемле сарала реконструктор, “Амантай” ижади берекмәһе етәксеһе Рафаэль Альберт улы Амантаев, фольклорсы-тикшеренеүсе, “Урал” фәнни-белем биреү, мәҙәни һәм социаль башланғыстарҙы үҫтереү автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма етәксеһе Марат Әнис улы Ғилманов, Марат Әнис улы Ғилманов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, реконструктор, башҡорт халыҡ кейемдәре һәм ҡурсаҡтары оҫтаһы Әлфиә Мәкәрим ҡыҙы Фазлыева, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Республика халыҡ ижады үҙәге халыҡ ижады бүлегенең әйҙәүсе белгесе, “Мәргән уҡсы” ойошмаһы директоры Юлай Рәфҡәт улы Ғәлиуллин, Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе, фестиваль концепцияһы авторы”, “Кей”, “Уйын” конкурстарының жюри секретары Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы Баймырҙина, үҙәктең төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек бүлеге мөдире Зарина Зыя ҡыҙы Хәсәнова, филология фәндәре докторы, БДПУ-ның Фәнни-тикшеренеү үҙәге баш ғилми хеҙмәткәре Нәркәс Әхмәт ҡыҙы Хөббөтдинова, Өфө район мәҙәниәт йортоноң "Йәшмәләр" башҡорт халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе Ләйсән Йәнбирҙина ҡатнашты һәм сығыш яһаны.
Белгестәр балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләүҙә, йәш быуынды рухи-әхлаҡи яҡтан үҫтереүҙә башҡорт халҡының йолаларының, йырлы-бейеүле, спорт уйындарының баһалап бөткөһөҙ роле тураһында һөйләне.
Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы “Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайыш райондары башҡорттарының милли кейеме һәм туҡыусылығы” тигән өр-яңы китабы менән таныштырҙы һәм милли кейемдәрҙе тергеҙгәндә ошо баҫмаға нигеҙләнергә тәҡдим итте. Фольклор коллективтары етәкселәренә ул был методик баҫма-альбомды бүләк итеп, халҡыбыҙҙың милли йолаларын, кейемдәрен, кәсептәрен үҫтереүҙә һәм тергеҙеүҙә ҙур уңыштар теләне.
Илһөйәр Махатова.