Конкурстың положениеһы буйынса оҫталар “Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар баш кейемдәре” һәм “Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр кейеме, атрибуттары” номинациялары буйынса үҙҙәре теккән милли кейемдәрҙе жюри иғтибарына тәҡдим итергә тейеш ине.
Конкурста Нуриман, Балтас, Асҡын, Ҡырмыҫҡалы, Дыуан, Ҡариҙел, Пермь крайының Барҙа һәм Ҡуйыҙа райондарынан, Өфө ҡалаһынан килгән гүзәл заттар үҙҙәренең яғындағы боронғо милли кейемдәр менән таныштырҙы. Уларҙың һәр береһе әсәһе, өләсәһе, үҙ ырыуының милли кейемен тергеҙеү, яңыртыу буйынса ҙур эҙләнеү, тикшеренеү эше башҡарған. Төрлө райондарҙан килгән оҫталар бер-береһенең эшен ҡарап, күптәре шунда уҡ оҫталыҡ дәресе лә үткәрҙе.
Жюри ағзалары — республика халыҡ ижады үҙәгенең төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек бүлеге мөдире Зарина Зыя ҡыҙы Хәсәнова һәм реконструктор, башҡорт халыҡ кейеме оҫтаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әлфиә Мәкәрим ҡыҙы Фазлыева һәр оҫтаның өҫ һәм баш кейемдәрен, башҡорт күкрәк биҙәүестәрен ҡарап, баһалап, фәһемле кәңәштәрен бирҙе, милли кейемдәр күргәҙмәһе һәм милли кейемдәр конкурсының айырмалыҡтарын асып, стилләштерелеп тегелгәндәрҙән милли кейемдәрҙең ни менән айырылып тороуын аңлатты. Нәҡ боронғо милли кейемдәргә өҫтөнлөк бирергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды улар.