“Айыҡ ауыл-2023” республика конкурсының район этабында ҡатнашҡан Яубүләк ауылында бөгөн сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында матур сара үтте. Балалар ҙа, йәштәр ҙә, ололар ҙа берҙәм булып, велоуҙышта ҡатнашты.
Ауыл биләмәһе башлығы Флүр Фәнүз улы Әминев сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, барыһын да физик культура менән дуҫ булырға, балаларға матур өлгө күрһәтеп, сәләмәт, айыҡ тормош алып барырға саҡырҙы.
Балалар ҙа, ололар ҙа билдәләнгән дистанцияны үтеп, финишҡа килде. Сара һәр ҡатнашыусыға яҡшы кәйеф һәм көс-дәрт өҫтәне.
“Ошондай көҙгө матур көндәрҙең ҡәҙерен белеп, саф һауала велосипедта рәхәтләнеп йөрөп ҡалырға кәрәк”, ти яубүләктәр.
Илһөйәр Махатова.