Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Сентябрь 2023, 14:30

Көҙһылыуҙа ҡунаҡта

"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында Уңыш байрамы үтте

Көҙһылыуҙа ҡунаҡта
Көҙһылыуҙа ҡунаҡта

Ҡашҡа ауылының “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Флидә Нәфҡәт ҡыҙы Ғәлләмова, музыкаль етәксе Эльвира Ҡәҙим ҡыҙы Фазлетдинова балаларҙың көҙ тураһындағы белемдәрен арттырыу,  емеш-еләк, йәшелсәләрҙе айыра белергә, исемдәрен рус һәм башҡорт телдәрендә дөрөҫ әйтергә өйрәтеү, тел байлығын байытыу маҡсатында Уңыш байрамы үткәрҙе.

Өй эше итеп балаларға ата-әсәләре ярҙамында төрлө эшләнмәләр эшләп алып килергә ҡушылғайны. Венера Ғәйбәҙуллина — ҡыҙы Гүзәл, Индира Яруллина — ҡыҙы Ариана, Гөлназ Митрофанова — улы Алмаз, Зинфира Насертдинова ҡыҙы Азалия менән төрлө материалдар, йәшелсәләр ҡулланып, береһенән-береһе матур әйберҙәр яһап алып килгән.

Балалар Көҙһылыуға (был ролдә Эльза Юныс ҡыҙы Әфтәхова) һөнәрҙәрен күрһәтте, тырышып-тырышып төрлө биремдәрҙе үтәне.

Байрам бик күңелле һәм кескәйҙәр өсөн фәһемле үтте.

Көҙһылыуҙа ҡунаҡта
Көҙһылыуҙа ҡунаҡта
Көҙһылыуҙа ҡунаҡта
Көҙһылыуҙа ҡунаҡта
Көҙһылыуҙа ҡунаҡта
Көҙһылыуҙа ҡунаҡта
Көҙһылыуҙа ҡунаҡта
Автор: Ильсияр Махатова
Читайте нас