

Бөгөн районда ағас ултыртыу буйынса дөйөм өмә — "Йәшел Башҡортостан" акцияһы үтә. Был сараның маҡсаты – экология мәсьәләләренә иғтибар йүнәлтеү, ауыл-ҡалалар биләмәләрен йәшелләндереү, күркәм итеү, экологик хәлде яҡшыртыу.
Был изге эшкә “Бирскгаз” филиалының “Газсервис” асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре лә ихлас ҡушылды.
Йәмғиәт начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айрат Миңнулла улы Сафин етәкселегендә иҫке заправкалау станцияһы территорияһында ир-егеттәр 30-ға яҡын миләш ултыртты. Яҙ көнө ултыртҡандарының тамыр ала алмағандарын яңы ағастар менән алмаштырҙылар.
Үҙҙәре эшләгән йәмғиәт биләмәһен һәм район үҙәген йәшелләндереүгә “Газсервис” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре үҙ өлөшөн индерҙе.
Илһөйәр Махатова.
Автор фотолары.