Бына ошо көндәрҙә улар хужалығында ҙур өмә үтте — берҙәм күршеләр бергәләп, мал сөгөлдөрө уңышын йыйып алды. Ә сөгөлдөрҙө уңған хужалар бик күп ултырта, сөнки өс һыйыр, ҡышлаған, өс быҙау, 20-нән артыҡ һарыҡ өсөн етерлек аҙыҡ әҙерләргә кәрәк.
Фаат Ҡәтифйән улы — Солтанай ауылынан, ә Нәзилә Ғәлләм ҡыҙы сығышы менән Балтас районынан. Сәфиуллиндар 1990 йылда Свердловск өлкәһе Динас ҡасабаһынан күсенеп ҡайтып Яубүләк ауылына төпләнә. Ике ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр. Нәзилә апай 25 йылдан артыҡ урындағы почта бүлеге етәксеһе булып эшләй, ә Фаат ағай себер яҡтарында вахта ысулы менән хеҙмәт һала. Хәҙер улар өс ейән-ейәнсәргә хәстәрлекле олатай-өләсәй ҙә булған.
Бына шулай күпләп мал аҫрап, донъяларын гөл-сәскәгә күмеп, балаларына терәк-таяныс булып, туғандары, ауылдаштары менән яҡшы мөғәмәләлә, татыулыҡта ғүмер кисерә Сәфиуллиндар.
Илһөйәр Махатова.