Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Сентябрь 2023, 12:10

Батыр яҡташыбыҙҙы иҫкә алдылар

Мишкә ауылында Советтар Союзы Геройы Степан Александрович Казаковҡа арналған сара үтте

Батыр яҡташыбыҙҙы иҫкә алдылар
Батыр яҡташыбыҙҙы иҫкә алдылар

“Башҡортостан ғорурлығы” республика проекты сиктәрендә Мишкә ауылының Мари тарихи-мәҙәни үҙәгендә яҡташыбыҙ, гвардияның өлкән лейтенанты, Советтар Союзы Геройы Степан Александрович Казаковҡа арналған Батырлыҡ дәресе үтте. “Ҡурҡыу белмәҫ яугир — гвардияның өлкән лейтенанты Степан Казаков” тип аталған сараны Мишкә районының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән Мишкә Мәҙәниәт һарайы ойошторҙо.

Илһөйәрлек, яҡташтарыбыҙ өсөн оло ғорурлыҡ хистәре менән һуғарылған Батырлыҡ дәресендә асҡындар ҙа ҡатнашты.

Степан Александрович Казаков Мишкә районының Кесе Яңы Троицк ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышына 1941 йылдың июнендә Асҡын хәрби комиссариаты тарафынан ебәрелә. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Асҡын районында йәшәй һәм төрлө вазифалар башҡара. 1964 йылдың декабрендә донъя ҡуя һәм Асҡын ауылында ерләнә.

Әйткәндәй, бынан бер нисә йыл элек “Йәш гвардия”ның төбәк бүлексәһе РФ Президенты грантына эйә булған “Беҙҙең заман геройы. Башҡортостан ғорурлығы” проектына старт биргәйне. Уның  барышында батырҙар тураһында видеороликтар, ҡаһарман ватандаштарыбыҙҙың фотоһүрәттәре төшөрөлгән баннерҙар рәүешендә социаль рекламалар эшләнде, социаль селтәрҙәрҙә, киң мәғлүмәт сараларында арабыҙҙа йәшәгән ҡыйыу йөрәкле яҡташтарыбыҙ хаҡында мәғлүмәттәр донъя күрҙе һәм күрә.

Сығанаҡ: Дружба - новости Башкирии и Мишкино (vk.com)

Батыр яҡташыбыҙҙы иҫкә алдылар
Батыр яҡташыбыҙҙы иҫкә алдылар
Батыр яҡташыбыҙҙы иҫкә алдылар
Батыр яҡташыбыҙҙы иҫкә алдылар
Батыр яҡташыбыҙҙы иҫкә алдылар
Батыр яҡташыбыҙҙы иҫкә алдылар
Батыр яҡташыбыҙҙы иҫкә алдылар
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: