Йәнтөйәк
-13 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Сентябрь 2023, 15:05

Һәр коллективтың эше маҡтауға лайыҡ

Бөгөн гөрләп үткән район мәктәп йәрминкәһендә балалар баҡсалары коллективтары ла әүҙем ҡатнашты

Һәр коллективтың эше маҡтауға лайыҡ
Һәр коллективтың эше маҡтауға лайыҡ

Асҡын ауылының үҙәк майҙанында Уҡытыусы һәм остаз, Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылдарына арналған район мәктәп йәрминкәһендә балалар баҡсалары коллективтары ла әүҙем ҡатнашты.

Йәрминкәлә райондың  алты балалар баҡсаһы үҙҙәренең филиалдары менән бай ассортименттағы продукцияларын район үҙәге халҡына тәҡдим итте. Ә унда нимә генә юк ине:  нисәмә төрлө һөт ризығы, туңдырылған, әле генә баҡсанан йыйылған еләк-емеш, йәшелсә, хуш еҫле дарыу үләндәре, баҡса гөлдәре, бал, төрлө ҡайнатмалар, салаттар, бәшмәк һәм башҡа шифалы, туҡлыҡлы ризыҡтар һатылды. Быларҙың барыһы ла балалар баҡсалары эргәһендәге участкаларҙа йәки уңған хеҙмәткәрҙәрҙең шәхси хужалыҡтарында үҫтерелгән һәм әҙерләнгән.

Ижади ҡарашлы, фантазияға бай тәрбиәселәр һәм уларҙың етәкселәре көҙгө мул уңышты, төрлө күргәҙмәлелек ҡулланып, матур композициялар, фотомөйөштәр төҙөгән. Һәр коллективтың эше маҡтауға һәм һоҡланыуға лайыҡ ине.

Илһөйәр Махатова.

Һәр коллективтың эше маҡтауға лайыҡ
Һәр коллективтың эше маҡтауға лайыҡ
Һәр коллективтың эше маҡтауға лайыҡ
Һәр коллективтың эше маҡтауға лайыҡ
Һәр коллективтың эше маҡтауға лайыҡ
Һәр коллективтың эше маҡтауға лайыҡ
Һәр коллективтың эше маҡтауға лайыҡ
Һәр коллективтың эше маҡтауға лайыҡ
Һәр коллективтың эше маҡтауға лайыҡ
Автор: Ильсияр Махатова
Читайте нас