Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Сентябрь 2023, 17:05

Булдыҡлы хужабикәләр икәнлектәрен иҫбат иттеләр

Бай продукция тәҡдим иткән, сауҙа урынын тематикаға ярашлы матур итеп биҙәгән һәм һатыуҙан ҙур табыш алған балалар баҡсалары коллективтарына Почет грамоталары тапшырылды

Булдыҡлы хужабикәләр икәнлектәрен иҫбат иттеләр
Булдыҡлы хужабикәләр икәнлектәрен иҫбат иттеләр

Динис Рәдис улы һәм уның урынбаҫары Эльза  Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәева етәкселегендәге комиссия мәктәптәр һәм балалар баҡсалары коллективтары ойошторған сауҙа рәттәре буйлап йөрөп, уларҙа тәҡдим ителгән бай продукция, матур күргәҙмәләрҙе ҡарап сыҡты.

Ижади ҡарашлы тәрбиәселәр уларҙы әкиәт геройҙары булып, милли кейемдәрҙә таҡмаҡтар, сәхнәләштерелгән тамашалар менән, йырлап-бейеп үҙенсәлекле итеп сәләмләп ҡаршы алды һәм  тауарҙары менән таныштырҙы.

Бай продукция тәҡдим иткән, сауҙа урынын тематикаға ярашлы матур итеп биҙәгән һәм һатыуҙан ҙур табыш алған коллективтарға мәғариф бүлегенең Почет грамоталары тапшырылды.

Асҡындың 2-се, “Күк сәскә”, “Ҡояшҡай” балалар баҡсалары коллективтары 1-се урынға лайыҡ булды. Урмияҙ ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһы коллективына — 2-се, Ҡубияҙ ауылының “Йондоҙсоҡ” балалар баҡсаһы коллективына 3-сө урын бирелде. Ҡашҡа ауылының “Аҡбуҙат”  балалар баҡсаһы коллективы “Өй ҡарбаҙы” (“Домашний погребок”) номинацияһында тәбрикләнде.

Райондың балалар баҡсалары коллективтары сираттағы тапҡыр үҙҙәрен бай фантазиялы, уңған,  тырыш хеҙмәткәрҙәр һәм булдыҡлы хужабикәләр икәнлектәрен иҫбат итте.

Илһөйәр Махатова.

Булдыҡлы хужабикәләр икәнлектәрен иҫбат иттеләр
Булдыҡлы хужабикәләр икәнлектәрен иҫбат иттеләр
Булдыҡлы хужабикәләр икәнлектәрен иҫбат иттеләр
Булдыҡлы хужабикәләр икәнлектәрен иҫбат иттеләр
Булдыҡлы хужабикәләр икәнлектәрен иҫбат иттеләр
Булдыҡлы хужабикәләр икәнлектәрен иҫбат иттеләр
Булдыҡлы хужабикәләр икәнлектәрен иҫбат иттеләр
Булдыҡлы хужабикәләр икәнлектәрен иҫбат иттеләр
Булдыҡлы хужабикәләр икәнлектәрен иҫбат иттеләр
Автор: Ильсияр Махатова
Читайте нас