Асҡын 2-се балалар баҡсаһының “Шатлыҡ” әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре бөгөн юл йөрөү ҡағиҙәләрен ғәмәлдә нығытты.
Улар тәрбиәселәре етәкселегендә үҙәк урамда йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән юлдан дөрөҫ сығырға өйрәнде, светофор менән танышты. Юл-патруль хеҙмәте инспекторы Павел Крапивин балаларға юл йөрөү ҡағиҙәләрен аңлатты. Һуңынан бәләкәстәр алған белемдәрен ғәмәлдә нығытты.
Юл йөрөү ҡағиҙәләрен машина йөрөтөүселәр генә түгел, йәйәүлеләр ҙә яҡшы белергә тейеш, сөнки йыш ҡына улар ғәйебе менән юлдарҙа төрлө фажиғәләр була.
Балаларҙың һаулығы һәм ғүмере беҙҙең – ололарҙың бурысы икәнен онотмайыҡ. Юл ҡағиҙәләрен дөрөҫ үтәү — балалар хәүефһеҙлегенең нигеҙе.