Йыл да "Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы бәшмәктән ағыуланып үлеүселәр тураһында хәбәр итә. “Бәшмәк менән ағыуланыуҙың төп сәбәбе - ашарға яраҡлы һәм ағыулы бәшмәктәрҙе таный белмәү, ҡайһы бер ашарға яраҡлы һәм шартлы ашарға яраҡлы бәшмәктәрҙән аш-һыуҙы дөрөҫ әҙерләмәү. Шулай уҡ дөрөҫ әҙерләнмәгән йәки боҙолған бәшмәктәр ағыуланыуға сәбәпсе булыуы мөмкин. Бер ҡасан да бәшмәкте цинкланған һауыт-һабала маринадларға йәки тоҙларға ярамай», - тип белдерә "Роспотребнадзор" белгестәре.
** Бәшмәктәрҙе ашар йәки ҡышҡылыҡҡа әҙерләр алдынан уның мотлаҡ ағыулы булмағанын тикшерегеҙ. Бының өсөн, йыйған бәшмәктәрегеҙҙе ҡайнатырға ҡуйығыҙ. Бәшмәктәр араһына әрселгән, аҡ төҫтәге бер баш һуған һалығыҙ. Әгәр һуған күк (ҡара күк, асыҡ күк һ.б.) төҫкә инһә, бәшмәктәр араһында ағыулыһы бар. Бындай осраҡта барыһын да сығарып түгегеҙ. Йыуған, таҙартҡан бәшмәктәрҙе йәлләп, араһынан ағыулыһын эҙләп табырға маташмағыҙ!
**Бәшмәк – бик тиҙ боҙола торған аҙыҡ. Йыйғандан һуң дүрт сәғәт үтеүгә унда тарҡалыу процесы башлана. Ике һыуҙа бешерергә кәрәк – тәүгеһен ҡайнап сығыу менән түгегеҙ.
Кәстрүл төбөнә төштө икән, тимәк, бешкән.
**Ағас һауытта тоҙлап, һалҡын ерҙә һаҡлағыҙ. Һауыттың ҡапҡасы герметик булмаһын. Сөнки бәшмәктә ботулизм сирен тыуҙырыусы споралар ҡалһа, тимер ҡапҡас менән ябылған осраҡта, уларҙан токсин бүленәсәк.
**Ашҡаҙан, эсәк, бауыр ауырыуҙары, диабет менән яфаланған кешеләргә бәшмәк ашарға ярамай.
**Ҡайһы берәүҙәр бәшмәк ашағандан һуң алкоголле эсемлек эсә. Йәнәһе лә, әгәр бәшмәк ағыулы булһа, араҡы уның зарарын кәметә. Был хата ҡараш! Киреһенсә, спирт ағыуҙың ҡанға һеңеүен тиҙләтә генә, ағыуланған осраҡта, хәлде тағы ла ҡатмарлаштырып ебәрәсәк.
**Көн торошона бәйле рәүештә, бәшмәктә файҙалы һәм ағыулы матдәләрҙең кимәле үҙгәрә. Ашауға яраҡлыһында ла микродозаларҙа синиль кислотаһы һәм мышаяҡ барт. Йәй ни тиклем эҫерәк, уларҙың кимәле лә шунса күберәк. Шуға ла ашарға яраҡлы бәшмәк менән эҫе көндәрҙә йышыраҡ ағыуланалар. Ҡояш ҡыҙҙырған ваҡытта бәшмәк йыймау хәйерле.
**Әгәр ағыуланһағыҙ
Быны 30 минуттан, бер нисә сәғәттән, хатта ашағандан һуң бер тәүлек үткәс тә түбәндәге симптомдар буйынса белергә мөмкин:
/ эс ауырта, ҡоҫтора, күңел болғана, хәл бөтә, баш ауырта, ныҡ тирләтә, температура күтәрелә;
/ ауыр осраҡтарҙа тән тартыша, кеше иҫен юғалта, һаташа, бәүеле булмай.
Ағыуланыуға шик тыуһа, шунда уҡ “Тиҙ ярҙам” саҡыртығыҙ!
“Тиҙ ярҙам” килгәнгә тиклем ағыуҙың ҡанға һеңеүен кәметергә кәрәк:
/ мөмкин тиклем күберәк һыу эсерергә;
/ тел төбөнә баҫып, ҡоҫторорға;
/ ағыуланған кешене ятҡырып, юрған менән ябырға, аяғына грелка ҡуйырға;
/ тоҙло һыу эсерергә (бер стакан һыуға 1 балғалаҡ тоҙ).
Һәм ашауҙан һуң тороп ҡалған бәшмәкте ташламағыҙ – табипҡа күрһәтегеҙ. Нимә менән ағыуланғанды белгәндә, дөрөҫ дауа тәғәйенләүе еңелерәк буласаҡ.
**Бәләкәс балаларға бәшмәк ашатмағыҙ! Сөнки уларҙа әлегә был аҙыҡты эшкәртә торған ферменттар юҡ.
**Ҡарт бәшмәкте йыймағыҙ – унда токсиндар күп.
**Урманға полиэтилен пакет менән йөрөмәүең хәйерле – һауа булмағанда бәшмәк күҙ асып йомғансы боҙола.
**Сүплектәге, юл буйындағыларын ашарға ярамай – тирә-яҡ мөхиттән зарарлы матдәләрҙе үҙенә йыйыу һәләтенә эйә.
**Бәшмәкте һаҡлауҙың иң еңел ысулы – бешереп туңдырыу.
Шулай уҡ киптереп тә һаҡлауы уңайлы.
Илһөйәр Махатова әҙерләне.