

Икенсе төрлө әйткәндә, КОИБ — ул сканер менән йыһазландырылған тауыш биреү йәшниге. Бюллетенде төшөрөү менән ул билдәнең ҡайһы тәңгәлдә ҡуйылыуын үҙ аллы билдәләй һәм әҙер һөҙөмтәне бирә. Барыһы ла бик ябай, төн уртаһына тиклем иҫәпләп ултырырға ла кәрәкмәй.
902-се һайлау участкаһында КОИБ менән эшләүсе Любовь Сергеевна Шуганова аңлатыуынса, бындай комплекстар һайлаусылар ныҡ күп булған участкаларҙа урынлаштырыла. Бирелә был “аҡыллы урна” байтаҡ йылдар ҡулланыла. Оператор Любовь Сергеевна мөһим сара алдынан махсус уҡыуҙа булып ҡайта. Ул һайлаусыларға бюллетендәрҙе нисек төшөрөргә кәрәклеген аңлатып, ярҙам итеп тора.
— КОИБ-тарҙы меңдән ашыу һайлаусы теркәлгән участкаларға урынлаштыралар. Беҙҙең исемлектә 1200-ҙән ашыу һайлаусы теркәлгән. КОИБ-тар эшебеҙҙе күпкә еңеләйтә, бик уңайлы, — ти ул.
Илһөйәр Махатова.