Солтанай 914-се һайлау участкаһы комиссияһы ағзалары Илүсә Суфиянова менән Алия Йосопова сәләмәтлектәре буйынса һайлауға килә алмағандарҙы өйҙәренә барып һайлатты.
Исемлек буйынса Ҡаракүл, Ҡушкүл һәм Солтанай ауылдары буйынса барлығы 195 һайлаусы иҫәпләнә. Бөгөн Берҙәм һайлау көнөндә шуларҙың 15-е сәләмәтлектәре буйынса килә алмау сәбәпле, өйҙә һайланы.
- Өлкән быуын вәкилдәре — Солтанайҙан 91 йәшлек Тәкмилә апай Сөләймәнова менән Ҡаракүлдән 89 йәшлек Әминә апай Әүхәҙиева әлегә тиклем һайлау участкаһына үҙҙәре килеп һайлай ине. Быйыл улар ауырып тороу сәбәпле өйҙән тауышбирҙе. Шулай уҡ ошо көндәрҙә Асҡын үҙәк район дауаханаһында дауаланыусы һайлаусыларыбыҙ — Радик Шәйхетдинов менән Тәлғәт ағай Ғаяновты ла барып һайлаттыҡ. Киске сәғәт 6-ға һайлаусыларыбыҙҙың 127-һе лайыҡлы тип иҫәпләгән кандидаттар өсөн үҙ тауышын бирҙе, — тип һөйләне комиссия рәйесе Алһыу Йосопова.