Солтанай мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 914-се һайлау участкаһына үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә Әдисә һәм Фәғдән Ғилмияровтар ҙа килде. Бөгөн Фәғдән Фәйзрахман улы өсөн иҫтәлекле көн — ул 65 йәшлек юбилейын билдәләй. Был уңайҙан комиссия рәйесе Алһыу Рәфит ҡыҙы Йосопова йылы теләктәрен һәм ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
42 йыл ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған уҡытыусы был мөһим ваҡиғаға яуаплы ҡарай. “Ил, республика, район яҙмышы хәл ителгәндә беҙ, уҡытыусылар, ситтә ҡалырға тейеш түгел. Бына үҫеп килеүсе быуынға өлгө күрһәтеп, һайлауға ейәнсәребеҙҙе лә алып килдек”, — ти ул.
Илһөйәр Махатова.
Лилиә Фәтхуллина фотолары.