Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Сентябрь 2023, 13:30

Һайлау тыныс шарттарҙа үтә

Яубүләк ауыл Советы ауыл биләмәһенә ҡараған 913-сө һайлау участкаһында иртәнән үк йәнлелек. Бирегә Яубүләк һәм Королев ауылдары һайлаусылары килә. Бөгөн беренселәрҙән булып Әнәс Батыров гражданлыҡ бурысын үтәгән.

Һайлау тыныс шарттарҙа үтә
Һайлау тыныс шарттарҙа үтә

Һайлау участкаһында был өлкәлә байтаҡ тәжрибә туплаған Гөлсинә Рәйеф ҡыҙы Ғәләүетдинова рәйеслек итә. Уның урынбаҫары Анна Васильевна Ханжина, секретары Розалия Әмин ҡыҙы Шәйхинурова һәм комиссия ағзалары Светлана Фәнәүи ҡыҙы Шәйхинурова, Зилә Фаат ҡыҙы Зыятдинова һәр  һайлаусыны асыҡ йөҙ менән ҡаршы алып, үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай. Бирелә биш йәмәғәт күҙәтеүсеһе эшләй.

  • Исемлек буйынса 87 һайлаусы теркәлгән. Сәләмәтлеге буйынса килә алмағандарҙы, оло йәштәгеләрҙе өйҙәренә барып һайлатабыҙ. Ундайҙар — өс кеше. 13.00 сәғәткә 30-ҙан артыҡ кеше килеп үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне. Дөйөм алғанда, һайлау тыныс шарттарҙа үтә, — ти участка һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Анна Ханжина.

Илһөйәр Махатова.

Һайлау тыныс шарттарҙа үтә
Һайлау тыныс шарттарҙа үтә
Һайлау тыныс шарттарҙа үтә
Автор: Ильсияр Махатова
Читайте нас