Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
6 Сентябрь 2023, 11:50

“Һайлауға һәр ваҡыт теләп барам”,

ти Асҡын ауылында йәшәүсе хөрмәтле хеҙмәт ветераны Гөлсөм Әхмәҙиева

“Һайлауға һәр ваҡыт теләп барам”,“Һайлауға һәр ваҡыт теләп барам”,
“Һайлауға һәр ваҡыт теләп барам”,

Оло быуын вәкилдәре һайлауҙарға һәр ваҡыт яуаплы ҡарай. Асҡын ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны, хаҡлы ялдағы Гөлсөм Тимербай ҡыҙы Әхмәҙиева ла ил, республика, район яҙмышы өсөн һәр ваҡыт борсола, гәзит-журналдар, “зәңгәр экрандар” аша ил-көн яңылыҡтары менән танышып бара.

Райондың сауҙа өлкәһендә 50 йылға яҡын намыҫлы хеҙмәт итеп райондаштарының оло ихтирамын яулаған Гөлсөм Тимербай ҡыҙы мөһим сара алдынан үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлашты:

  • Илебеҙҙең бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә битараф түгелмен. Шуға ла яуаплы саранан бер ваҡытта ла ситтә ҡалғаным булманы. Һайларға хоҡуғың бар икән, уны мотлаҡ ҡулланырға кәрәк. Тәү тапҡыр 18 йәшем тулғас, тыуған яғым — Ҡариҙел районы Сөләймән ауылында тауыш бирҙем. 1975 йылда, тормош иптәшем Фәнәүи Мәснәүи улы менән ғаилә ҡороп Асҡынға күсенеп килгәс, башта оҙаҡ йылдар район Мәҙәниәт йортона, аҙаҡҡы йылдарҙа Асҡын 2-се мәктәбенә һайлауға йөрөнөк. Беҙ йәш саҡта һайлауҙар байрам кеүек үтә ине. Һәр ваҡыт теләп барҙыҡ, лайыҡлы кандидаттар өсөн тауыш бирҙек, — ти оҙаҡламай 70 йәшен тултырасаҡ Гөлсөм апай Әхмәҙиева.

Илһөйәр Махатова.

“Һайлауға һәр ваҡыт теләп барам”,
“Һайлауға һәр ваҡыт теләп барам”,
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас