Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
1 Сентябрь 2023, 09:00

Аҡ юл һеҙгә, беренселәр!

Асҡын мәғлүмәт үҙәгендә эшләгән хеҙмәттәштәребеҙҙе бәләкәстәре  I класҡа уҡырға барыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Аҡ юл һеҙгә, беренселәр!Аҡ юл һеҙгә, беренселәр!
Аҡ юл һеҙгә, беренселәр!

Бөгөн өс хеҙмәттәшебеҙҙең һөйөклө балалары мәктәпкә тәүге тапҡыр уҡырға барҙы. Улар бәләкәстәре менән ҙур тулҡынланыу һәм ҡыуаныс кисереп, Белем көнөнә арналған  тантаналарҙа ҡатнашты.

“Йәнтөйәк”  район-ара гәзитенең верстка буйынса инженеры Зимфира Нартдинованы – улы Алмаз, “Ышаныч” гәзитенең верстка буйынса инженеры Айгөл Ғәлимйәнованы — ҡыҙы Мәҙинә һәм “Аскинская новь” гәзите хәбәрсеһе Зинира Батырованы ҡыҙы Әминә белем донъяһына аяҡ баҫыуы менән ихлас тәбрикләйбеҙ.

Алмаз — Асҡын 1-се урта мәктәбенең 1А класында (класс етәксеһе Алевтина Сысоева), Мәҙинә —  Асҡын 2-се урта мәктәбенең 1А (класс етәксеһе Лүбидә Әхмәтдинова) һәм Әминә 1В  класында (класс етәксеһе Гүзәл Ғәйниәхмәтова) белем аласаҡ. Уларҙың өлгөлө, әүҙем, белемгә ынтылыусан уҡыусылар  булыуына шигебеҙ юҡ. Сөнки өсөһө лә бик тырыш, үткер һәм һәләтле бала. Алмаз Нартдинов балалар баҡсаһында уҡ йыр-бейеүгә оҫталығы менән айырылып торҙо.  Рушания Шәрәфетдинова етәкселегендә район, республика  бәйгеләрендә ҡатнашып, байтаҡ призлы урындар яуланылар. Әминә Батырова менән Мәҙинә Ғәлимйәнова ла ата-әсәһен тырышлығы, уңыштары менән һөйөндөрөп кенә торҙо.

Белем донъяһына аяҡ баҫҡан бәләкәстәргә – аҡ юлдар, уңыштар, барлыҡ мәктәп уҡыусыларына – тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ, ә уҡытыусыларға яңынан-яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ! 

Илһөйәр Махатова.

Аҡ юл һеҙгә, беренселәр!
Аҡ юл һеҙгә, беренселәр!
Аҡ юл һеҙгә, беренселәр!
Аҡ юл һеҙгә, беренселәр!
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас