Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
31 Август 2023, 06:35

Һөйөнсө! Ҡотлайбыҙ!

«Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһына лайыҡ булыусылар араһында райондашыбыҙ Ильяс Ғәзинур улы Дәүләтгәрәев та бар.

Һөйөнсө! Ҡотлайбыҙ!Һөйөнсө! Ҡотлайбыҙ!
Һөйөнсө! Ҡотлайбыҙ!

 Башҡортостанда быйыл 51 ир-уҙаман «Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһы менән бүләкләнә. Ул күп балалы атайҙарға, табиптар, педагогтар һәм аграрийҙар династияһы вәкилдәренә, музыканттарға, доброволецтарға, спортсыларға, ҡотҡарыусыларға, экологтарға һәм донорҙарға, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар тәрбиәләгәндәргә бирелә. Быйыл 4-се тапҡыр ойошторолған республика конкурсы еңеүселәре исемлегендә районыбыҙҙан Ильяс Ғәзинур улы Дәүләтгәрәев та бар.

Ильяс Ғәзинур улы Ҡыйғаҙы урта мәктәбендә оҙаҡ йылдар технология, информатика  һәм йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәндәренән балаларға төплө белем бирә.  Тормош иптәше Ләйлә Данис ҡыҙы ла мәктәптә китапханасы, тәрбиәсе булып эшләй.

Дәүләтгәрәевтар биш балаға ғүмер биргән. Һәр береһенә яҡшы тәрбиә һәм белем биреү өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Улдары Илнар ғаиләле, тормош иптәше Ләйсән менән ике ҡыҙ үҫтерәләр. Яр Саллы ҡалаһында йәшәйҙәр, водитель булып эшләй. Вилдан — хәрби, Пермь хәрби институтын тамамлаған. Үткән йыл алты ай Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашып ҡайта. Әлеге мәлдә Грозный ҡалаһында хәрби хеҙмәтен дауам итә.

Игеҙәктәр — Хәлимә — Өфө фән һәм технологиялар университетының 5-се курсында, ә Хәлим М. Аҡмулла исемендәге педагогия университетында магистратурала  1-се курста белем ала. Хәлим быйыл йәй өйләнгән, тормош иптәше Гөлназ медицина колледжында уҡый.

Дәүләтгәрәевтарҙың кесе улдары Фидан 9-сы класҡа уҡырға бара.

Балалары — Ильяс Ғәзинур улы һәм Ләйлә Данис ҡыҙының оло ғорурлығы. Һәр береһе һәләтле, яҡшы уҡый, спорт ярата, район һәм республика олимпиадаларында ҡатнашып, призлы урындар яулай.

Ильяс Ғәзинур улы балаларында бәләкәйҙән хеҙмәткә, сәләмәт йәшәү рәүешенә, спортҡа һөйөү тәрбиәләй. Үҙ һөнәренә ғашиҡ, талапсан уҡытыусыны уҡыусылары ла, хеҙмәттәштәре лә ярата һәм хөрмәт итә.  Дәүләтгәрәевтар  ғаиләһе районда үткән сараларҙа, ауылдың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, күп һанлы Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары менән бүләкләнгәндәр. “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы ла уларға лайыҡлы рәүештә тапшырылған. Ауылдаштарына һәр яҡлап өлгө күрһәтеп йәшәгән был парҙың ғаилә ҡороуына быйыл 30 йыл тулған.

Абруйлы уҡытыусы, оло хөрмәткә лайыҡ атай һәм олатай Ильяс Ғәзинур улын “Атай ҡаһарманлығы” наградаһына лайыҡ булыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Ләйлә Данис ҡыҙы менән бәхетле ғүмер кисереп, балаларының, ейәндәренең уңыштарына һөйөнөп кенә йәшәргә яҙһын!

 Әйткәндәй, «Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһын тапшырыу тантанаһы 4 октябрҙә «Торатау» Конгресс-холында үтәсәк. Быйыл башҡа йылдарға ҡарағанда лауреаттар күп, 2021 йылда — 27, 2022 йылда 38 кеше ошо абруйлы награданы алған. Үткән йыл был миҙалға Асҡын районы Ҡашҡа ауылынан Илшат Ғәлләмов лайыҡ булғайны.

Илһөйәр Махатова.

Фотолар ғаилә архивынан.

Һөйөнсө! Ҡотлайбыҙ!
Һөйөнсө! Ҡотлайбыҙ!
Һөйөнсө! Ҡотлайбыҙ!
Һөйөнсө! Ҡотлайбыҙ!
Һөйөнсө! Ҡотлайбыҙ!
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас