Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
29 Июль 2023, 05:00

Янағоштар ҡунаҡ йыйҙы

“Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте

Янағоштар ҡунаҡ йыйҙыЯнағоштар ҡунаҡ йыйҙы
Янағоштар ҡунаҡ йыйҙы

Районыбыҙҙың иң матур ауылдарының береһе сығышы менән ошонан булғандарҙы, туғандарҙы, ҡунаҡтарҙы йәмле тәбиғәт ҡосағына йыйҙы. Тәрән күлдәргә, ҡуйы урмандарға бай Янағош ауылын бирелә йәшәгән халыҡ үҙенең уңғанлығы һәм тырышлығы менән дә биҙәй. Йыл да ауылда береһенән-береһе матур өйҙәр ҡалҡып сыға.

Байрамды ауыл һандуғасы Әдғәт Заһитов “Минең Янағошом” йыры менән асты. Барлыҡ йыйылыусыларҙы алып барыусылар Флүрә Заһитова менән Зилә Бикбулатова йылы сәләмләп, һүҙҙе Хәниф һәм Мөфтихан хәҙрәттәргә бирҙе. Улар ауыл именлеге өсөн Ҡөрьән аяттары уҡыны.
Ауыл биләмәһе башлығы Раик Заһитов үҙенең сығышында байрам үткәреүҙең маҡсаты — ауылдаштарҙы, Янағошта тыуғандарҙы осраштырып, аралаштырыу, үҙҙәренең йәнтөйәге менән һоҡланыу, киләсәктә атай нигеҙҙәрен яңыртыу икәнен билдәләне. Ә янағоштарға ғорурланырлыҡ нәмәләр күп. Советтар Союзы Геройы Ғази Заһитовтың тыуған ауылы йылдан-йыл сәскә ата.

Бирелә республикалағы иң яҡшы музейҙарҙың береһе урынлашҡан, ата-бабалар тураһындағы хәтерҙе һаҡлап, ғорур мемориал тора, өйҙәргә һыу, газ үткәрелгән, юлдар яҡшы, урамдар яҡтыртылған.
Сәхнәгә ауыл активистары — ҙур әҙерлек эше алып барып, сараны ойоштороусылар менде. Улар халыҡты йыйып, ауылды төҙөкләндереү буйынса өмәләр үткәрҙе, һәр нәмәне ентекле әҙерләне. Ауыл биләмәһенең Рәхмәт хаттарын Әнфил Заһитов, Радик Бикбулатов, Фәнит Бикбулатов, Венир Бикбулатов, Билал Зыяҡаев, Вәкил Йәмилев, Айрат Заһитов, Флүрә Заһитова, Ләйсән Бикбулатова, Рита Заһитова алды. Шундай уҡ Рәхмәт хаттары сараның бағыусыларына ла — байрамға ауыл өсөн бүләктәр алып ҡайтҡан Марат Йәмилевҡа, Илдар Заһитовҡа, Ришат Шәрәфиевҡа тапшырылды.
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә байрамға Иглин районынан Ғәзизовтарҙың да ҡайтыуы ҡыуаныслы булды. Улар сәхнәнән ғаилә ҡиммәттәрен, быуындар бәйләнешен һаҡлау тураһында бик мөһим һүҙҙәр әйтте. Уларҙың һүҙҙәрен дәлилләп, 65 йыл татыу ғүмер кисергән Хәлизә һәм Нәжип Бикбулатовтарҙы тәбрикләнеләр.
Музей методисы Айрат Заһитов 300 йылдан артыҡ булған ауыл тарихы тураһында һөйләне. Бөйөк Ватан һуғышына Янағош 448 улын ебәргән, 13 егет Афған һуғышында ҡатнашҡан, һәм бөгөн дә бер яугирҙары махсус хәрби операцияла ҡатнаша.
Ауылдың иң оло кешеләрен — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Ғлимнур Заһитовты, Хәниф Бикбулатовты, Хәзимә Йәмилеваны тәбрикләнеләр. Ауылдың иң йәш кешеһе Зарина Бикбулатова ла иғтибарһыҙ ҡалманы. Дөйөм педагогик стаждары 77 йыл тәшкил иткән Тахира һәм Миңлеғәлим Йәмилевтар ауыл ғорурлығы булып тора. Уҡытыусы һәм остаз йылында улар исеменә маҡтау һүҙҙәрен ауылдаштары ғына түгел, 1978 йылғы сығарылыш класс уҡыусылары ла еткерҙе. Район мәғариф бүлегенән Рәхмәт хатын улар менән бергә бар ғүмерҙәрен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған Фәйрүзә һәм Айрат Исламовтар, Рима һәм Венир Бикбулатовтар ҙа алды.
“Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы алдынан видеороликтар һәм “Иң яҡшы йорт” конкурсы иғлан ителгәйне. Видеороликтар конкурсында ҡатнашыусылар үҙҙәренең эшендә йәнтөйәктәренең матурлығын күрһәтте, уларҙың һәр береһе тыуған яҡҡа һөйөү менән һуғарылғайны. 17 йорт “Ауыл кешеләре” һәм “Дачала тороусылар” категорияһына бүленде, һәр береһендә еңеүселәр билдәләнеп, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Матур итеп биҙәлгән, бай мәғлүмәтле Заһитовтар, Бикбулатовтар, Йәмилевтар, Исламовтар шәжәрәләре урын алғайны байрамда. Һәр береһенең үҙ тарихы, үҙ үҙенсәлеге.
Балалар ҙа сарала әүҙем ҡатнашты. Улар өсөн уйын майҙансығы ойошторолғайны. Малайҙар һәм ҡыҙҙар күңелле ярыштарҙа үҙҙәренең етеҙлеген, мәргәнлеген күрһәтте.
“Осҡон” бейеү коллективы, “Төнбойоҡ” вокаль ансамбле, Илфак Арысланов, Нурия Заһитова һәм башҡаларҙың йәнле сығышы байрамға йәм һәм ҡот өҫтәне.
Ҡояштың ныҡ ҡыҙҙырыуына ҡарамаҫтан, байрам кискә тиклем дауам итте. Сауҙа рәттәре эшләне, кемдер тәмле шешлек бешереп һатты. Кисен йәше лә, өлкәне лә дискотекаға йыйылып, төрлө быуын көйөнә бейене.
Байрам сағыу һәм матур үтте. Ауыл йәнә үҙенең ҡәҙимге көндәлек мәшәҡәттәренә сумды. Йәй ауыл кешеһе өсөн ял түгел, бигерәк тә эш мәле. Бер ҙә юҡҡа халыҡ мәҡәлендә: “Бер көн йылды туйҙыра”, тимәгәндәр. Ә бындай байрамдар халыҡты берләштерә, донъяны тағы ла матурыраҡ һәм йәмлерәк итергә көс-дәрт бирә.


Фирҙәүес Ҡадиҡова.
Мишкә районы.

Янағоштар ҡунаҡ йыйҙы
Янағоштар ҡунаҡ йыйҙы
Янағоштар ҡунаҡ йыйҙы
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас