

Изге эштең маҡсаты — ил алдында изге бурысын үтәгән яугир-ил сиге һаҡсыларын, шулай уҡ тыуған яғына әйләнеп ҡайта алмай баштарын һалған яугирҙар хаҡында иҫтәлекте мәңгеләштереү.
Тантаналы һәм мөһим ваҡиға шатлығын уртаҡлашырға Абдулла һәм күрше-тирә ауылдар халҡы, шулай уҡ Өфө һәм Яңауыл ҡалаларынан маҡтаулы ҡунаҡтар, ил сиге хеҙмәте ветерандары килә.
Ошо иҫтәлекле урынды булдырыуға үҙ өлөшөн индереүселәргә рәхмәт һүҙҙәре әйтелә, грамоталар һәм Рәхмәт хаттары тапшырыла.
Бер минут тын ҡалып, яҡташтарын иҫкә алғандан һуң, митингта ҡатнашыусылар һәйкәлгә сәскәләр һала һәм урындағы һәүәҫкәр артистар тарафынан әҙерләнгән патриотик концерт ҡарай.
Был һәйкәл үҫеп килгән быуын күңелендә илһөйәрлек тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерер, тигән теләктә таралыша сараға килеүселәр.
Наилә ИМАЕВА.
Ҡариҙел районы.