Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
16 Июль 2023, 06:00

Файҙалы ял бүләк иттеләр

Мишкәнең Флорид Бүләков исемендәге 1-се лицейында ойошторолған йәйге һауыҡтырыу лагерында смена тамамланды. Бирелә бер ни тиклем ваҡытҡа уҡытыусылар изге күңелле тәрбиәселәргә, ә уҡыу кабинеттары уйын бүлмәләренә әйләнде. 100 шат малай һәм ҡыҙ өсөн июнь башында “Бала саҡ юлдары” тип аталған көндөҙгө йәйге лагерь үҙенең ишектәрен асҡайны.

Файҙалы ял бүләк иттеләрФайҙалы ял бүләк иттеләр
Файҙалы ял бүләк иттеләр

Тәрбиәләнеүселәргә мәктәп ашханаһында ике тапҡыр ашатыу ойошторолдо. Смена дауамында балалар төрлө мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы сараларға йәлеп ителде. Һәр көн бер-береһенә оҡшаманы, ниндәйҙер темаға арналды. Малайҙар һәм ҡыҙҙар төрлө ерҙәргә экскурсияларға йөрөп, ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашып онотолмаҫ тәьҫораттар алды. Лагерҙы ойоштороусылар балаларҙың ялын ҡыҙыҡлы үткәреү өсөн бар тырышлығын һалды. Экскурсиялар быйыл райондан ситтә лә үткәрелде. Саралар темаһы һәм йүнәлеше буйынса төрлө булды: “Пушкин көнө”, “3D кинотеатры көнө”, “Батарейкалар артынан һунар итеүселәр”, “Экология көнө”, “Фотосессия” һәм башҡалар бик мауыҡтырғыс үтте. Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙан тыш юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә, тәбиғәтте һаҡлауға ҙур иғтибар бирелде. Баланы психологик яҡтан яҡлауға йүнәлтелгән әңгәмәләр, берҙәмлеккә әйҙәүсе уйындар ойошторолдо. Әлбиттә, сәләмәтлекте нығытыуға арналған “ГТО-ны бергәләп тапшырабыҙ”, “Комик футбол” һәм башҡа спорт-күңел асыу саралары балаларға бик оҡшаны.
Лагерь етәксеһе һәм педагогик коллектив төрлө йөкмәткеле саралар ойоштороп, балаларҙың һәләтен асыу, үҫтереү, төрлө эшмәкәрлеккә йәдеп итеү, экологик йүнәлеш буйынса белемдәрен арттырыу өсөн бар тырышлығын һалды.


Екатерина Биктышева.

Мишкә районы.

Файҙалы ял бүләк иттеләр
Файҙалы ял бүләк иттеләр
Автор:
Читайте нас