

Роза Әсләм ҡыҙы һәм Өлфәт Ғәфур улы Исламовтарға "Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн" миҙалы тапшырылды. Шулай уҡ 50, 60 йыллыҡ ғаилә юбилярҙарын да тантаналы рәүештә тәбрикләп үтте Илгиз Әхүәс улы.
60 йыл бергә ҡулға-ҡул тотоношоп ауырлыҡтарҙы еңеп, шатлыҡтарҙы бүлешеп, шөкөр итеп ғүмер иткән пар - Бәхиә Ниғәмәт ҡыҙы менән Әлтәф Нурый улы Нуриевтар, 50 йыл бергә ғүмер кисергән Рәлүзә Закирхан ҡыҙы менән Рәбис Мулланур улы Солтановтар һәм Мәүзинә Камил ҡыҙы менән Ғәбдинур Вәлинур улы Йыһангировтар ҡотланды.
Йәш ғаиләләр ҙә ситтә ҡалманы. Әле генә никахтарын законлаштырған Әлиә һәм Илнур Ғәлләмовтарға татыу тормош, ғүмерлек мөхәббәт теләп, иҫтәлекле бүләк тапшырылды.
Ғаилә бәхете балаларға бәйле. Бөгөнгө көнгә районыбыҙҙа 77 сабый тыуған. Ошо демографик хәлгә ҙур өлөш индергән Иҫке Балтас ауылында йәшәүсе Солтановтарҙың мөхәббәт емештәре. Илдар һәм Әлфиә Солтановтар ғаиләһендә күптән түгел игеҙәк балалар — улдары Иман һәм Әмин, Марат һәм Эльмира Солтановтарҙың Батырхан исемле улы тыуған.
Уларға район хакимиәтенең Ҡотлау хаты менән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Гөлназ Ғәлләмова.