Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
2 Июль 2023, 11:10

Мәскәүҙән еңеү менән

Асҡын 2-се урта мәктәбе уҡыусыһы Диана Әхмәрова уҡытыусыһы Айгөл Хәтмуллина етәкселегендә Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып еңеү яуланы!

Мәскәүҙән еңеү менәнМәскәүҙән еңеү менән
Мәскәүҙән еңеү менән

Диана рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Мәжит ҡыҙы етәкселегендә “Тыуған яғымдың урындағы үҙидаралыҡ тарихы” тип аталған VII Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, 14-17 йәшлектәр араһында “Урындағы үҙидара лидерҙары” номинацияһында 2-се дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Диана “Башҡортостан Республикаһы Асҡын районы муниципаль районы хакимиәтенең финанс идаралығы” тип аталған проектында идаралыҡтың, уның тырыш коллективының урындағы үҙидаралыҡҡа индергән өлөшө, эшмәкәрлеге тураһында яҙып,  видеоролик төшөрөп, башта район, артабан республика кимәлендә еңеү яулай. Йөкмәткеле проек эшен Бөтә Рәсәй конкурсына ла ебәреп, ситтән тороп ҡатнашып, мәртәбәле  бәйгелә 2-се дәрәжә дипломға һәм иҫтәлекле бүләккә лайыҡ була.

28-30 июндә Диана уҡытыусыһы Айгөл Мәжит ҡыҙы менән Мәскәүҙә булып, ошо тема буйынса белемдәрен арттыра, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша, үҙенең проект эше менән сығыш яһай.  Һәләтле ҡыҙ ижади эшен яҡлағанда республикабыҙ, районыбыҙ тураһында дәртләнеп, ғорурланып һөйләүе, милли рухтағы кейеме менән эксперт комиссияһы ағзаларын хайран итә.

Баш ҡалаға Рәсәйҙең  68 субъектынан 400-ҙән ашыу ҡатнашыусы һәм фәнни етәкселәр йыйыла. Йәштәр Дәүләт идаралыҡ университетында эксперт комиссияһы, урындағы үҙидаралыҡ һәм мәғариф өлкәһе белгестәре алдында сығыш яһай. Бүләкләү тантанаһы Союздар йортоноң Колонналар залында үтә.

Илебеҙҙең баш ҡалаһында тыуған яғының урындағы үҙидаралыҡ эшен, үҫешен, тарихын өйрәнеү  менән әүҙем шөғөлләнгән талантлы йәштәрҙе үҫтереү һәм асыҡлау маҡсатында ойошторолған конкурстан Диана бай тәьҫораттар һәм илһам алып ҡайта.

Төрлө кимәлдәге конкурстарҙа, олимпиадаларҙа еңеүҙәр яулаған, мәктәптә, район Мәҙәниәт йортонда ойошторолған мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашып үҙенең һәр яҡлап һәләтен күрһәткән, уҡыуҙа ла тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән Диана Әхмәроваға киләсәктә лә уңыштар ғына юлдаш булһын!

Илһөйәр Махатова. 

Мәскәүҙән еңеү менән
Мәскәүҙән еңеү менән
Мәскәүҙән еңеү менән
Мәскәүҙән еңеү менән
Мәскәүҙән еңеү менән
Мәскәүҙән еңеү менән
Мәскәүҙән еңеү менән
Мәскәүҙән еңеү менән
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас