

Балтас районының Иҫке Балтас ауылында V "Табынфест - 2023" төбәк-ара йәштәр фестивале үтте. Фестиваль район байрамы - Һабантуй менән берлектә уҙҙы. Ҡунаҡсыл Балтас ере республиканың төрлө райондарынан һәм илдең күрше төбәгенән 12 делегацияны үҙендә ҡабул итте. Был юлы фестивалдә Ғафури, Тәтешле, Учалы, Салауат, Асҡын, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Архангел, Дәүләкән, Балтас райондары һәм Ырымбур, Силәбе өлкәләренән делегаттар ҡатнашты.
Байрамда ҡатнашыусыларҙы бай һәм ҡыҙыҡлы программа көтә ине. Фестиваль ҡунаҡтары ҡатнашлығында театрлаштырылған тамашалар, "Табын батыры" һәм "Табын һылыуҡайы" конкурстары, шулай уҡ халыҡ оҫталарының һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарының эштәре, милли аш-һыу күргәҙмәһе, спорт ярыштары, традицион халыҡ уйындары һәм үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусыларҙың концерты ойошторолдо.
Фестиваль сиктәрендә үткән “Табын һылыуҡайы” бәйгеһендә Иҫке Балтас ауылынан Светлана Суфиянова һәм Нурия Шәисламова район данын яҡлап, Светлана яхшы сығышы өсөн “Халыҡ традицияларын һаҡлаусы” номинацияһында еңеү яуланы ә Нурия икенсе урынға лайыҡ булды. Ир-егеттәр йыр-моңда, көрәш майҙанында, ҡул көрәшендә үҙ көсөн һынаны. Һылыуҙар өсөн дә төрлө һынауҙар әҙерләгән ине.
"Табын һылыуҡайы" исеменә — Учалы районынан Миләүшә Баязитова, "Табын батыры" исеменә Балтас районынан Илдар Сәхипов лайыҡ булды.
Гөлназ Ғәлләмова.