

Конкурс ике йылға бер үткәрелә һәм райондың брендына әүерелде лә инде. Конкурсты райондың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәр ваҡыт юғары кимәлдә ойоштороп ебәрергә тырыша. Быйылғыһы ла уның финал өлөшө “Яр буйы” паркында саф һауала үткәрелеүе менән тарихта ҡалды.
Конкурсанттар араһында Ҡариҙел, Дыуан, Асҡын, Ҡалтасы, Бөрө, Мишкә, Илеш, Ҡыйғы, Кушнаренко райондарынан, Межгорье һәм Өфө ҡалаларынан эстрада йырҙарын башҡарыусылар бар ине. Улар барыһы ла башта район мәҙәниәт һарайында беренсе турҙа ҡатнашты. Финалға үтеүселәр күркәм Ҡариҙел йылғаһы буйында урынлашҡан паркка йүнәлде. Бында улар тамашасыларға йәш жюри ағзалары иң уңышлы тип тапҡан йырҙарын башҡарҙы. Әйткәндәй, мәртәбәле жюри ағзалары Ҡариҙел тамашасылары өсөн яҡшы таныш, сөнки улар ошо конкурста йырсыларҙы даими баһалап килә. Билдәле композитор Нур Дауытов, күренекле йырсы Вәхит Хызыров, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы белгесе Светлана Слягузова Ҡариҙел ерендә беренсе тапҡыр түгел! Быйыл жюри ағзаһы составында райондың Иҫке Бағаҙы ауылы егете,Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында эшләгән, ошо конкурста ҡанат нығытып, Гран-при яулаған йәш йырсыбыҙ Алмаз Әйүповтың булыуы ла бик һөйөндөрҙө.
Ҡариҙел районы мәҙәниәт бүлеге начальнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Руслан Рөстәм улы Булатов Дыуан, Ҡалтасы, Асҡын, Бөрө, Мишкә райондары, Межгорье ҡалаһы вәкилдәрен төрлө номинацияларҙа еңеүсе дипломадары менән тәбрикләне. Алмаз Әйүпов Ҡариҙел районынан Вәлидийәнова Айгөлдө, Илештән – Нуиязданова Гөлназды, Ҡыйғынан Зарипов Илгизде өсөнсө дәрәжә диплом менән бүләкләне. М.Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Колыванов Дмитрий, Ҡариҙелдән Тимербаева Лиана, Бөрөнән Карпова Галинаны 2-cе һәм 1-cе дәрәжә диплом менән Светлана Слягузова ҡотланы.
Нисәмә быуын кумиры Нур Дауытов сәхнәгә һәр ваҡыттағыса көслө алҡыштар аҫтында күтәрелде. Ул өсөнсө дәрәжә лауреат исемдәренә лайыҡ булған Сәйетгәрәев Русланды (Ҡариҙел), Зәйнуллина Диананы (М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты), Сәлимова Нәйләне (Өфө) еңеүҙәре менән ҡотлап, ижади уңыштар теләне.
Жюри рәйесе Вәхит Хызыров 2-cе һәм 1-cе дәрәжә лауреаттарын тәбрикләне. Улар Кушнаренко районынан Гасянан Руслан, Межгорьенан Шәйхетдинов Рәмил, Ҡалтасынан Матвеева Элина булып сыҡты!
Шулай итеп, конкурстың Гран-прийы кемгә эләкте һуң? Уға Ҡариҙел районынан Юлиә Фәтхисламова лайыҡ булды! Призды һәм дипломды район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Карам улы Вәлинуров тапшырҙы.
Йырсылар бәйгеһе иҫтәлеккә фотоға төшөүҙәр һәм күңелле йыр менән тамамланды.
Гөлнара Солтанова.