Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
30 Июнь 2023, 18:00

Яҙыусы Ғаян Лоҡмановтың тыуыуына - 100 йыл

Ҡариҙелдә оло шәхесебеҙҙең юбилейы айҡанлы матур саралар ойошторола.

Яҙыусы Ғаян Лоҡмановтың тыуыуына - 100 йылЯҙыусы Ғаян Лоҡмановтың тыуыуына - 100 йыл
Яҙыусы Ғаян Лоҡмановтың тыуыуына - 100 йыл

Ошо көндәрҙә билдәле башҡорт яҙыусыһы Ғаян Лоҡмановҡа 100 йәш тулыр ине. Ҡариҙелдә олуғ шәхесебеҙҙең оло юбилейы айҡанлы матур сарлар ойошторола. Йәш үҫмерҙәр моделле китапханаһында Ғаян Лоҡмановҡа бағышланған "Халҡым һиңә бағышланым ижадымды" тигән әҙәби кафе үтте. Сараға әҙәбиәт һөйөүселәр, Ғаян Лоҡманов исемендәге премия лауреаттары ҡатнашты.

Өфөлә “Китап” нәшриәтендә башҡорт яҙыусыһының оло юбилейы айҡанлы рус телендә “Текучая вода” китабы  донъя күрҙе. Баҫмаға уның повестары һәм хикәйәләре индерелгән.

Ауыл кешеләренең көндәлек тормошон бик яҡшы белгән ҡәләм оҫтаһы үҙенең әҫәрҙәренә геройҙарҙы үҙ-тирә яғынан таба. Йыл әйләнәһенә бер ҙә еңелдән булмаған хеҙмәт менән мәшғүл ябай хеҙмәт кешеһенең төрлө ҡаҙаныштарын, уның яҡты хистәрен һәм уй-кисерештәрен һүрәтләү менән бер рәттән теле йылдан-йыл шымара һәм образлыҡ яғынан байый барған әҙип Бөйөк Ватан һуғышында данлы еңеү яулаған батыр яугирҙәрҙе лә үҙ әҫәрҙәренең уртаһына ҡуя.

 Ғаян Лоҡманов 1923 йылдың 30 июнендә Ҡариҙел районының Яугилде ауылында тыуған. Уның «Хат» тип аталған тәүге хикәйәһе 1944 йылда баҫылып сыға, ә «Аҡҡош күле» исемле тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1962 йылда нәшер ителә.

Яҙыусының әҫәрҙәрендә ауыл халҡының тормошо, көнкүреше тураһында бәйән ителә, социаль һәм әхлаҡи-этик мәсьәләләр сағылыш таба. Ғаян Лоҡманов тиҫтәгә яҡын хикәйәләр йыйынтығы авторы.

1969 йылда танылған әҙип СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы була. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы булараҡ, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм миҙалдар менән наградлана.

Яҙыусы беҙҙең аранан 1988 йылдың көҙөндә китеп барҙы. Яугилде ауылы урамдарының береһе уның исемен йөрөтә.

2007 йылда Ҡариҙел районы хакимиәте Ғаян Лоҡманов исемендәге премия булдырҙы. Уның бағыусыһы булып яҙыусының улы Мансур Лоғоманов сығыш яһай. Премия ижади хеҙмәткәрҙәргә тапшырыла.

Ғаян Лоҡмановтың повесть һәм хикәйәләре рустатар, саха һәм ҡайһы бер башҡа телдәргә тәржемә ителгән.

Гөлнара Солтанова.

 

Сығанаҡ:  https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-04-26/v-ufe-k-100-letiyu-bashkirskogo-pisatelya-frontovika-gayana-lukmanova-izdana-ego-kniga-3235280

Яҙыусы Ғаян Лоҡмановтың тыуыуына - 100 йыл
Яҙыусы Ғаян Лоҡмановтың тыуыуына - 100 йыл
Яҙыусы Ғаян Лоҡмановтың тыуыуына - 100 йыл
Яҙыусы Ғаян Лоҡмановтың тыуыуына - 100 йыл
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас