Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
26 Июнь 2023, 17:35

“Йәшлек”тәр Өфөлә ҡунаҡтар ҡаршы алды

Ҡариҙел районы делегацияһы Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумында ҡатнаша Тулыраҡ:

“Йәшлек”тәр Өфөлә ҡунаҡтар ҡаршы алды“Йәшлек”тәр Өфөлә ҡунаҡтар ҡаршы алды
“Йәшлек”тәр Өфөлә ҡунаҡтар ҡаршы алды

Бөгөн Башҡортостандың баш ҡалаһында күләмле сара – Х Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы башланды. 28 июнгә тиклем дауам итәсәк юбилей форумының төп бурыстары – ике дәүләттең мәҙәни, сауҙа-иҡтисади һәм фәнни-мәғариф бәйләнештәрен нығытыу.

Был сарала Ҡариҙел районы делегацияһы ла ҡатнашты.  Ҡунаҡсыллыҡ майҙанында башҡа райондар менән бер рәттән тирмә ҡороп, ҡариҙелдәр мәртәбәле ҡунаҡтарға халҡыбыҙҙың милли асылын, йолаларын, кәсептәрен сағылдырган бай күргәҙмә тәҡдим итте, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.

Республика Башлығы ҡунаҡтар менән ҡариҙелдәр ҡоршаған бай тирмәне инеп  ҡарап, милли аш-һыуҙан ауыҙ итә һәм күргәҙмәгә юғары баһа бирә.

Райондың йөҙөк ҡашы булған “Йәшлек” бейеү ансамбле ҡунаҡтарҙы рухлы, дәртле  хореографик композиция  менән ҡаршы ала.

Гөлнара Солтанова.

“Йәшлек”тәр Өфөлә ҡунаҡтар ҡаршы алды
“Йәшлек”тәр Өфөлә ҡунаҡтар ҡаршы алды
“Йәшлек”тәр Өфөлә ҡунаҡтар ҡаршы алды
“Йәшлек”тәр Өфөлә ҡунаҡтар ҡаршы алды
“Йәшлек”тәр Өфөлә ҡунаҡтар ҡаршы алды
“Йәшлек”тәр Өфөлә ҡунаҡтар ҡаршы алды
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас