

Ошо көндәрҙә мәктәптәрҙә сығарылыш кисәләре үтә. Бөгөн Асҡын 2-се урта мәктәбендә лә 9-сы класты тамамлаусы уҡыусыларға төп дөйөм белем тураһында аттестаттар тапшырылды.
9-сы класты тамамлаусы егет һәм ҡыҙҙарға тәбрикләү һүҙҙәре менән мәктәп директоры Илһам Ғәйнулла улы Ғәләүетдинов мөрәжәғәт итте һәм артабан да уҡыуҙарында уңыштар теләне, ата-әсәләргә рәхмәт әйтте.
Асҡын 2-се урта мәктәбен быйыл 77 уҡыусы тамамлай, шуларҙың етеһе тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән. Араларында республика, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй олимпиадаларында призлы урындар яулаусы уҡыусыларҙың да күп булыуы ҡыуандыра.
Ҡәҙерле уҡыусылар! Һеҙ тормоштоң мөһим, онотолмаҫ тәүге баҫҡысы алдында тораһығыҙ. Күптәрегеҙ уҡыуын тыуған мәктәбендә дауам итер, кемдер белем усағы менән хушлашып, үҙе теләгән уҡыу йортона инер. Нисек кенә булһа ла, һеҙгә киләсәктә уңыштар юлдаш булһын, тормош ҡуйған имтихандарҙы һәр саҡ яҡшы билдәләргә тапшырырға яҙһын!
Илһөйәр Махатова.